Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Октябрь 2022, 20:15

Алдағы ялға әҙерлек башланды

Быйыл республикала 488 мең бала ял иткән – былтырғыға ҡарағанда 60 меңгә күберәк.

Алдағы ялға әҙерлек башланды
Алдағы ялға әҙерлек башланды

3 октябрҙә Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә йәйге һауыҡтырыу кампанияһының йомғаҡтары, шулай уҡ балалар ялы системаһын үҫтереү бурыстары тикшерелде.

Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, 2022 йылдың йәйге миҙгелендә балаларҙы 1 663 профилле лагерҙа ҡабул иткәндәр. Былтырҙан алып ошондай ойошмалар һаны 201-гә артҡан. Шулай итеп, республикала 488 мең бала ял иткән – был бер йыл элеккегә ҡарағанда 60 меңгә күберәк. Бынан тыш, Башҡортостанда Луганск Халыҡ Республикаһынан 1 468 бала өсөн ял ойошторолған.

Ата-әсәләр өсөн ҡала ситендәге лагерҙарға йүнәлтмә хаҡын компенсациялауҙың ике механизмы эшләй. Мәҫәлән, Дәүләт мәғлүмәт системаһы порталы аша ял итеүгә 24 мең сертификат бирелгән, уның хаҡының 70 проценты ҡапланған. Тағы 26 мең юллама “Сәйәхәттәр донъяһы” федераль сайтында 80 процент ташлама менән рәсмиләштерелгән.

Республиканың мәғариф һәм фән министры әйтеүенсә, былтыр төҙөкләндерелгән 25 лагерь йыл әйләнәһенә эшләй башлаған. Киләһе миҙгелдән уларға тағы 17 ойошма өҫтәргә ниәтләйҙәр.

– Беҙ 2023 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерләнәбеҙ. Балаларҙы 1,8 мең профилле лагерь ҡабул итә аласаҡ, – тине Айбулат Хажин.

Башҡортостан Башлығы туризмды үҫтереү, шулай уҡ 2023 йылғы йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек буйынса кәңәшмә ойошторорға ҡушты.

– Заманса шарттарҙа беҙ кешеләргә ял итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостандың рекреация тармағына ниндәй ярҙам саралары тәҡдим итә алыуын ҡарау мөһим.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: