Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Октябрь 2022, 20:00

Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!

Уҡытыусылар көнө айҡанлы үткәргән конкурсыбыҙҙа – тыуып үҫкән еренең ысын патриоты, рухлы, сәмле етәксе Инсур Үтәбаев.

Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!

5 октябрь – Уҡытыусылар көнө айҡанлы үткәргән конкурсыбыҙҙың киләһе бәйгесеһе – тыуып үҫкән еренең ысын патриоты, рухлы ла, сәмле лә етәксе Инсур Үтәбаев.

Әбделмәмбәт (халыҡ телендә – Ҡыпсаҡ) ауылын Бөрйәндә һәр йәһәттән өлгөлө, берҙәм, эшһөйәр кешеләр йәшәгән төбәк булараҡ беләләр. Ә инде мәктәп уҡыусыларының уҡыу һәм спорт буйынса даны, уңыш-ҡаҙаныштары күптән тирә-яҡҡа таралған. Бер ауылдың белем усағы миҫалында йәш быуынды сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, чемпиондар тәрбиәләү йәһәтенән ысын мәғәнәһендә өлгө күрһәтә ҡыпсаҡтар. 2015 йылда ул “Рәсәйҙә физик культура һәм спортты үҫтергән иң яҡшы мәктәп” исеменә эйә була. 

Ауыл мәктәбенең спорт залы бер ваҡытта ла буш тормай. Бында грэпплинг, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, грек-рим көрәше, уҡ атыу буйынса секцияларҙа күнекмәләр үтә. Ҡыпсаҡтарҙың үҙ стадионы, саңғы трассаһы, хоккей майҙансығы бар, өс йәш төркөмөнән торған “Ҡыпсаҡ бүреләре” хоккей клубы уңышлы эшләп килә.

Мәктәп уҡыусылары араһында физик культура менән шөғөлләнеү күрһәткесе 100 процент тәшкил итә, ә 87 ҡыҙ һәм егет спорт секцияларына даими йөрөй.

Спортта ғына түгел, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй әбделмәмбәттәр. Мәҫәлән, быйылғы “Гагарин кубогы” олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса Бөрйән районының Әбделмәмбәт дөйөм урта белем биреү мәктәбе “Иң яҡшы мәктәп” исеменә лайыҡ булып, диплом һәм Гагарин кубогы яулауға өлгәшкән. Мәктәп директоры Инсур Үтәбаевҡа Рәсәй Космонавтар федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың летчик-космонавы А.П. Александров тарафынан булдырылып, Ю.А. Гагарин Олимпиадаһына ярашлы үткәрелгән мәғрифәти-патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы уңыштары өсөн Ю.А. Гагарин миҙалы тапшырылған.

Туғыҙ йыл элек Әбделмәмбәт ауылында булдырылған "Тимербатыр" робот техникаһы клубы ла бик уңышлы эшләп килә. Рәсәй һәм республика кимәлендә үткән ярыштарҙа тиҫтәнән ашыу еңеү яулаған ябай ауыл мәктәбе уҡыусылары. Улар араһынан Татарстандың Әлмәт ҡалаһында үткән АгроНТИ этабының алтын миҙалы, "Робофест" физика буйынса олимпиадаһының Башҡортостан этабында еңеү һәм Мәскәү ҡалаһындағы финал уйындарында ҡатнашыу һәм башҡа ҡаҙаныштарҙы билдәләп үтергә була.

Бөтә был уңыш-ҡаҙаныштар – Инсур Рәмил улы Үтәбаев етәкселегендәге мәктәп коллективының тырышлыҡ, берҙәмлек һәм уртаҡ маҡсат менән эшләү һөҙөмтәһе ул.

Хөрмәтле дуҫтар! “Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсына иртәгә, 4 октябрҙә, йомғаҡ яһала. Әйҙәгеҙ, лайыҡлы директорҙар өсөн әүҙем тауыш бирәйек!

Фотолар: Әбделмәмбәт мәктәбенең “Бәйләнештә”ге төркөмө.

Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Бөрйәнгә дан өҫтәй был мәктәп!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: