Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Октябрь 2022, 17:55

Бында уҡытыу биш телдә алып барыла

Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһын йәш, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы Наил Радик улы Әминев етәкләй. 

Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла

2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы Башҡортостандағы тәүге полилингваль белем биреү усаҡтарының береһе булараҡ 2019 йылдың 1 сентябрендә үҙ ишеген асты.

Ошо көндән алып гимназияны йәш, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы директор Наил Радик улы Әминев етәкләп килә. Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән егет БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм хеҙмәт юлын Өфө урта махсус музыка колледжында башлай. Тарих уҡытыусыһы булараҡ, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында арыу уҡ йылдар тәжрибә туплай, үҙен төрлө конкурстарҙа уңышлы һынап ҡарай.

Артабан баш ҡаланың 23-сө урта мәктәбе директоры булып эшләп алған Наил Радик улына республикала асылған тәүге полилингваль белем усаҡтарының береһен етәкләү бурысы ышанып тапшырыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы үҙен яҡшы яҡтан танытып өлгөрҙө, бында матур традицияларға нигеҙ һалынды. Белем усағында балаларға төплө белем биреү, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған һәм берҙәм, көслө педагогтар коллективы тупланған.

Кескәйҙәр I кластан уҡ шахмат уйынына өйрәнә. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары эшләй. Башҡортостан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, немец, француз телдәре аша алып барыла, улай ғына ла түгел, баланы ҡыҙыҡһындырыу буйынса клубтар эшләй. “IT-Куб” һанлы мәғариф үҙәге, “СМАРТ-ТВ” студияһы, робот техникаһы, сәхнә оҫталығы, йыр, үҫеш интеллекты, башланғыс ижадты үҫтереү һәм башҡа түңәрәктәр төрлө яҡлап үҫешкә булышлыҡ итә. Гимназияла тәүгеләрҙән булып “Шайморатовсылар класы” асылып, уңышлы эшләп килә.

Фотолар: 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы.

Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Бында уҡытыу биш телдә алып барыла
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: