Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Октябрь 2022, 22:00

Ең һыҙғанып эшкә тотонған

2021 йылда директор Эльвира Садиҡованың башланғысы һәм коллективтың берҙәм тырышлығы һөҙөмтәһендә Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатына ошо белем усағына нигеҙ һалған Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның исеме бирелә.

Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған

Уҡытыусылар көнө айҡанлы иғлан иткән конкурсыбыҙҙа республикабыҙҙың алдынғы белем усаҡтарының директорҙары ҡатнаша. Улар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. 

Ейәнсура районында милли тәрбиә биреүҙә оло бурыс башҡарған, уҡыусыларға төплө белем биреп, ҙур тормош юлына әҙерләүҙә тәжрибә туплаған, илһөйәр һәм ватансыл граждандарҙы тәрбиәләүҙә оло маҡсат менән йәшәгән Мәрйәм Бураҡаева исемен йөрөткән Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатына етәкселек итә башлауына өс йыл ғына булыуға ҡарамаҫтан, Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садиҡова – Ейәнсурала оло ихтирам ҡаҙанған етәксе. Һәр эштә үҙен ышаныслы һынап ҡараған кеше булараҡ, ҙур, көслө коллективы булған, алдынғы уҡыусылары менән мәртәбәле белем йортон етәкләү бурысын лайыҡлы башҡара ул. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ эш атҡарылған. Ең һыҙғанып эшкә тотонған директор уҡытыу-тәрбиә биреү эшен юғары кимәлдә тота. Алдынғы мәғариф учреждениеһы тағы ла юғарыраҡ уңыштары менән билдәлелек яулай. Гимназия 2020 йылда республиканың "Иң яҡшы ун мәктәбе" исемлегенә ингән, олимпиадаларҙа айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән алдынғы уҡыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында премия булдырылған. 2021 йылда гимназия-интернатҡа ошо белем усағына нигеҙ һалған Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның исемен биреү буйынса ҙур эш алып барып, уға өлгәшә тынғыһыҙ етәксе.

Ныҡышмалылыҡ, ғәҙеллек, намыҫ менән маҡсатына тура атлаған етәксе Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садиҡова хозур тәбиғәтле, ҡая-ташлы, тырыш халҡы, арҙаҡлы шәхестәре менән дан тотҡан Бөрйән районының Байназар ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ акдемияһында белем ала. Артабан Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Ейәнсура районының Таҙлар мәктәбендә башлай. Район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә, Үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгендә эшләй. Юғары ойоштороу һәләтенә эйә булған, хеҙмәтенә етди ҡараған Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙына оло ышаныс күрһәтеп, район хакимиәте Иҫәнғол башҡорт гимназияһының етәксеһе итеп тәғәйенләй. Булдыҡлы директор, гимназияла балаларҙа логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе, иғтибарлылыҡ, зирәклек тәрбиәләүсе шахмәт түңәрәген асып, уны үҙе алып бара. Бөгөн үҙе лә, уҡыусылары ла шахмат буйынса район, зона бәйгеләрендә беренселек яулай.

Тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдыра рухлы етәксе. Боронғо көнкүреш әйберҙәре, милли кейем, кәсептәр, ат егеү кәрәк-яраҡтары, һауыт һаба, һ.б әйберҙәргә бай музей тураһында БЮТ каналында тапшырыу ҙа күрһәтелгән.

Бөгөнгө көндә М.С. Бураҡаева исемен йөрөткән гимназия-интернат – көслө, рухлы белем йорто. Район мәктәптәре араһында спорт буйынса беренселекте биргәне юҡ. Ил-республика кимәлендә билдәле шәхестәр – талантлы йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Алина Дәүләтханова, "Мираҫ" фольклор ансамблендә бейегән, бөгөнгө көндә “Дарман” бейеү ансамблен етәкләгән Роберт Хәмиҙуллин, "Юлдаш" каналында алып барыусы Йәмил Ишмөхәмәтов, журналист, шағирә Гөлнур Ҡыуатова, тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов һ.б. ҡанат ҡуйған уҡыу йортоноң уҡыусылары республика, Рәсәй конкурстарында еңеү яулай. Коллективта көслө белгестәр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр эшләй. Өлкән, тәжрибәле уҡытыусылар менән бергә йәштәрҙең күп булыуы үтә лә шатлыҡлы күренеш: быуындар бәйләнеше, эшлекле традициялар дауам итә.

Республика ауылдарында беренселәрҙән булып ойошторолған, уға нигеҙ һалған Мәрйәм Бураҡаева рухын һаҡлаған, уның исемен лайыҡлы йөрөткән Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты киләсәккә ышаныслы атлай.

Фотолар: Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты архивы.

Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Ең һыҙғанып эшкә тотонған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: