Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Октябрь 2022, 20:00

Бында Юрий Шатунов уҡыған

Уҡытыусылар көнө айҡанлы ойошторолған конкурсыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡан белем усаҡтары һәм уларҙың директорҙары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Сиратта - Күмертау ҡалаһындағы 3-сө башҡорт гимназия-интернаты етәксеһе Шайморат Азамат улы Тимербулатов. 

Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған

Күмертау ҡалаһында урынлашҡан 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты бай тарихҡа, матур традицияларға эйә белем усағы булып танылған. Уҙған йылдан гимназия-интернатҡа Шайморат Азамат улы Тимербулатов етәкселек итә.

Бөгөн гимназия-интернатта Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка райондарынан, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән бөтәһе 425 уҡыусы белем ала. Сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы һөҙөмтәләргә тапшырып, 100 процент менән юғары һәм урта белем биреү йорттарына уҡырға ингән. Гимназистар төбәк һәм муниципаль олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулап тора. Иң мөһиме - гимназия-интернатта алдынғы ҡарашлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған талантлы педагогтар эшләүе менән ғорурлана етәксе.     

Яңы уҡыу йылынан интернатта "Шайморатовсылар" һәм инженер кластары асылған. М. Рәхимов, М. Аҙнабаев, Б. Бикбай, М. Шайморатов исемен йөрөткән кабинеттар барлыҡҡа килгән. "Аҡбуҙат" фольклор, "Айым" театраль, "Ынйы" вокал, "Аҡсарлаҡ" бейеү, "Любизар" ҡурай ансамблдәре эшләй. Балалар милли көрәш, волейбол, баскетбол, саңғы, йүгереү секцияларына ла теләп йөрөй. Көрәштә йөрөгән тәрбиәләнеүселәр араһында Рәсәй призерҙары, Башҡортостан чемпиондары бар. Шулай уҡ был белем усағы Юрий Шатунов, Урал Килсенбаев һ.б. билдәле уҡыусылары менән дә ғорурлана.

Гимназия-интернат директоры Шайморат Тимербулатов Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында тыуған. Сибай институтын тамамлағас, Ҡарамалы ауылы мәктәбендә эш башлай. Тырыш егетте 23 йәшендә Покровка тулы булмаған мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан Сибай гимназия-интернатында, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия- интернатында, Өфө ҡалаһының 160-сы лицейында эшләп, уҡытыусылыҡ һәм етәкселек тәжрибәһе туплай.

Шайморат Азамат улы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ғаиләһе менән төрлө конкурстарҙа еңеү яулайҙар. 2010 йылда “Йәш ғаилә" республика конкурсынды гран-при алалар, 2018 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән "Башҡорт ғаиләһе" бәйгеһендә еңеүсе булалар. Шулай уҡ Шайморат Азамат улы Өфө ҡалаһында йәшәгән баймаҡтарҙы берләштереп, "Баймаҡ" яҡташтар ойошмаһының эшен яңынан йәнләндереп ебәрә. Ойошмаға тырыш, рухлы яҡтштарын туплап, улар менән бергә төрлө спорт, мәҙәни саралар үткәрәләр. Йыл һайын яҡташтарҙы йыйып, Иглин районы Аҡбирҙе ауылы янында һабантуй үткәрҙеләр һәм башҡа саралар ойошторҙолар. “Баймаҡ” яҡташтар ойошмаһы Баймаҡ районы хакимиәте етәкселеге менән осрашыуҙар, төрлө саралар уҙғарҙы.

Шайморат Азамат улы 2020 йылда һайлауҙа ҡатнашып, Баймаҡ районы Советы депутаты итеп һайланды. Депутат булараҡ, ауыл халҡы менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша.

Фотолар: 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты.

Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Бында Юрий Шатунов уҡыған
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: