Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 07:00

Балалар тәүге көндән үк яратҡан

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе коллективы бер юлы ике педагог менән тулыланған. Шуларҙың береһе - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгүзәл Самарбаева.

Балалар тәүге көндән үк яратҡан
Балалар тәүге көндән үк яратҡан

Быйылғы уҡыу йылында Баймаҡ районы мәктәптәренә һигеҙ йәш белгес эшкә ҡайтҡан. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе коллективы бер юлы ике уҡытыусы менән тулыланған. Шуларҙың береһе - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгүзәл Самарбаева.

Айгүзәл Фәтих ҡыҙы Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис ауылынан. 2017 йылда Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогика факультетына уҡырға инеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм рус әҙәбиәте уҡытыусыһы бүлегендә белем ала. Ҡулына диплом алған йәш белгес һис бер икеләнеүһеҙ Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.

- Уҡытыусы һөнәрен һайлауымда әсәйемдең роле ҙур булды. Миңлегөл Вәхит ҡыҙы ауылда оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Бала саҡтан әсәйемдең уҡыусылары тураһында ғорурланып һөйләүен ишетеп үҫтем һәм минең дә балалар менән эшләгем килде. Шуға күрә был һөнәрҙе мин аңлап, яратып һайланым, - ти Айгүзәл Фәтих ҡыҙы.

Йәш уҡытыусыны һәр көн бишенселәр көтөп ала. Күҙҙәре янып, һәр береһенә йылмайып баҡҡан йәш уҡытыусыны балалар тәүге көндән үк яратып ҡаршылаған. Әйткәндәй, ошо уҡ мәктәптә белем алған, хәҙер үҙе инглиз теле уҡытыусыһы булып эшкә ҡайтҡан Илүзә Түләкованы ла уҡыусылар тиҙ арала үҙ иткән.

Йәш белгестәргә тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булған кәңәшсе-педагогтар беркетелгән. Улар йыл дауамында бергәләшеп дәрес пландары төҙөй, хаталар өҫтөндә эш алып барасаҡ. Мәҫәлән, Айгүзәл Самарбаеваның кәңәшсе-педогогы Эльвира Ҡолмөхәмәтова әйтеүенсә, йәштәр уҡытыусы һөнәрен юҡҡа һайламаған, үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, предметтарын яҡшы белә.

Фото: Эльвира Ҡолмөхәмәтова.

 

Балалар тәүге көндән үк яратҡан
Балалар тәүге көндән үк яратҡан
Балалар тәүге көндән үк яратҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: