Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 21:15

Башҡортостан уҡытыусыларына - федераль премия!

Был хаҡта - республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Башҡортостан уҡытыусыларына - федераль премия!
Башҡортостан уҡытыусыларына - федераль премия!

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың сәхифәһенән:

"Уҡытыусылар көнөндә һөйөнөслө хәбәр алдыҡ: ике педагогыбыҙ федераль премияға лайыҡ булды!

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында илебеҙҙә тәүге тапҡыр балалар сәнғәт мәктәптәренең иң яҡшы уҡытыусыларын, һөнәри һәм юғары белем биреү ойошмалары уҡытыусыларын педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн бүләкләү буйынса конкурс үтте.

150 кеше музыка сәнғәте өлкәһендә иң яҡшы уҡытыусылар тип табылды. Улар иҫәбендә Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Валентина Ивановна Старикова менән Стәрлетамаҡ балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Галина Владимировна Чижова бар.

Балалар сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларына йыл һайын – 500 меңешәр һум тәшкил иткән 100 премия, һөнәри белем йорттары һәм юғары мәктәптәр уҡытыусыларына һәр береһе бер миллион һум тәшкил иткән 50 премия бирелә.

Юғары һөнәри ҡаҙаныштары өсөн ҙур ғорурлыҡ һәм рәхмәт белдереп, коллегаларыбыҙҙы, Башҡортостандың педагогик берләшмәһе вәкилдәрен лайыҡлы наградалар менән ҡотлайым!".

Сығанаҡ: vk.com/amina_shafikova

Башҡортостан уҡытыусыларына - федераль премия!
Башҡортостан уҡытыусыларына - федераль премия!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: