Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 11:05

Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!
Байрамығыҙ менән, уҡытыусылар!

Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Беҙҙең алда белем донъяһын асҡан, күп быуатлыҡ мәҙәниәт байлығына ылыҡтырған, беҙҙә матур сифаттар тәрбиәләгән аҡыллы остаздарыбыҙҙың исемен ғүмер буйы күңелебеҙҙә йөрөтәбеҙ.

Бөгөн ҡатмарлы заманда уҡытыусылар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын яуаплы башҡара, уҡыусылар менән иң мөһим нимәләр тураһында һөйләшә, яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында һөйләй. Республика мәктәптәрендә шайморатовсылар, инженер, медицина, кадет һәм башҡа профилле кластар асыла.

Хәҙерге заман уҡытыусыһы үҙендә тәрән аҡыл, сабырлыҡты берләштерергә, предмет компетенцияларына эйә булырға, үҙ оҫталығын даими камиллаштырырға тейеш. Республикалағы мәктәп уҡытыусыларының күбеһе – изге күңелле һәм хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар. Һеҙҙең нескә иңегеҙҙә мәғариф системаһы ята, һәм һеҙ был изге йөкләмәне уңышлы атҡараһығыҙ.

Киләһе Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙгә бик күп эштәр башҡарырға – белем сифатын күтәрергә, олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләргә, егет-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан нығытырға, уларға буласаҡ һөнәрен һайларға ярҙам итергә кәрәк. Балаларҙың дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүе, Ватаныбыҙҙың патриоттары булып үҫеүе, шәхси һәм һөнәри үҫешкә әҙер булыуы мөһим.

Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, күтәренке рух һәм илһам һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ артабан да тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итһен!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: