Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 21:30

Данлы юлды лайыҡлы дауам итә

Уҡытыусылар көнөнә арнап ойошторған конкурсыбыҙҙа Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Рифат улы Сәлихов та ихлас ҡатнашты.

Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Данлы юлды лайыҡлы дауам итә

Уҡытыусылар көнөнә арнап ойошторған “Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты етәксеһе Илнур Рифат улы Сәлихов та лайыҡлы ҡатнашты.

Халыҡ шағирының исемен йөрөткән белем усағы менән таныштырыуҙың кәрәге лә юҡтыр, сөнки был данлы гимназияны бөтә республикала, хатта унан ситтә лә яҡшы беләләр.

1944 йылда асылған һәм 78 йыллыҡ бай тарихҡа эйә белем усағы йөҙҙәрсә, меңдәрсә балаларға төплө белем, лайыҡлы тәрбиә биреп ҙур тормошҡа оҙатҡан, уны тамамлағандар араһынан билдәле шәхестәрҙе һанап бөтөрлөк түгел.

Бөгөн Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына йәш, маҡсатлы директор Илнур Сәлихов етәкселек итә. Уның был яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үтте. 

Илнур Рифат улы сығышы менән Күгәрсен районынан. Педагогик хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһындағы М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында башлай, ошонда ете йыл административ-хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары була. 2017 йылда төҙөлөп ятҡан 160-сы лицейға етәксе итеп тәғәйенләнә. Был белем усағын тейешле кимәлгә еткереп асып, берҙәм педагогтар коллективы туплап, эш башлауға өлгәшә. 2019 йылда Илнур Рифат улына тағы ла яуаплыраҡ вазифа – Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына етәкселек итеү бурысы йөкмәтелә.

Тәүәккәл, алдынғы ҡарашлы, һәр саҡ үҫешкә ынтылған йәш директор бай традициялы белем усағының эшмәкәрлеген лайыҡлы дауам итә.

"Башҡортостан" гәзитенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә ойошторолған конкурсыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ директорҙарға ихлас рәхмәтебеҙҙе еткереп, бөгөнгө һөнәри байрамдары - Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Изге эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын! 

Фотолар Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты архивынан.

Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Данлы юлды лайыҡлы дауам итә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: