Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 19:30

Грант еңеүселәре билдәле

Проекттар уңышлы тормошҡа ашырылһын.

Грант еңеүселәре билдәле
Грант еңеүселәре билдәле

Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына конкурс һөҙөмтәләре билдәләнде.

Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Панчихина рәйеслегендәге республика Башлығы гранты фондының конкурс комиссияһы быйыл йәштәр сәйәсәте өлкәһендә проекттарҙы яҡлауға грант еңеүселәре исемлеген раҫланы. Коммерцияға ҡарамаған 17 ойошма еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Уларҙың етәүһе фондтың грант ярҙамын беренсегә алды. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә проектты яҡлауға грант конкурсы туғыҙ тематика буйынса уҙғарылды. Иң күп яҡлау тапҡан проекттар түбәндәге тематика буйынса: "АртГрант", "Ваҡиғалар ойоштороу" - дүртәр проект; "Профессионаллек" - өс проект.

Еңеүсе проекттар йәштәр сәйәсәте өлкәһендә мөһим социаль проблемаларҙы күтәрә.

Ҡыҙыҡлылар араһында Сибай ҡалаһы биләмәһендә алып барылған “Аманат” ирекмәнлек үҫеше коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы тормошҡа ашырған проектты билдәләү мөһим. Унда йәштәр коворкингы - Workspace үҙәге булдырыла, был йәштәргә эшләү һәм үҫеш өсөн берҙәм киңлек. Коворкинг үҙәге нигеҙендә “Йәш лидерҙер” дискуссия клубы эше лә планлаштырыла. Социаль проектлау буйынса йәш командаларға консультация хеҙмәте күрһәтеү, белем биреү форумдары уҙғарыу саралары ла билдәләнгән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: