Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 12:35

Өләсәһе лә мәҙрәсәлә уҡытҡан

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Уҡытыусылыҡ  ошо һөнәр эйәһенең бөтә булмышында, холоҡ-фиғелендә, тормошҡа ҡарашында сағыла. Ысын уҡытыусы әллә ҡайҙан айырылып тора.  Ишембай районының Байғужа мәктәбендә 35 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлсинә Мираҫоваға ҡарап та тап ошондай уй тыуа.

Уҡытыусылыҡ уның ҡанына һеңгән тиһәк тә, һис кенә лә хата булмаҫ, сөнки заманында өләсәһе мөғәллимә булып мәҙрәсәлә ҡыҙҙарға белем биргән, әсәһе лә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, башҡа туғандары араһында ла ошо һөнәр эйәләре күп. Шуғалырмы, бала саҡтан уҡытыусы эшенә ғашиҡ булып үҫә, хатта әсәһе күрмәгәндә өйгә алып ҡайтҡан дәфтәрҙәрен дә тикшереп, хаталарын төҙәтеп  ҡуя, ләкин әсәһе ҡыҙының был ҡылығын тыя.

 Мәктәптә уҡыған йылдарында вожатый булараҡ та  уҡытыусы һөнәренең үҙенә яҡын  икәнлегенә инана. Иншалар, мәҡәләләр яҙа, район гәзитендә  яҙмаларының тиҙ баҫылыуы күңеленә дәрт өҫтәй. Ижадҡа тартылған ҡыҙ  филология юлын һайларға ниәтләй, ләкин әсәһенең кәңәшен тотоп, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә өҫтөнлөк бирә.

– Бер ҡасан да уҡытыусы булғаныма үкенмәнем. Яратып, күңел биреп эшләнем. Байғужа балалары шул тиклем зиһенле, әйткәнде тиҙ генә элеп алырға торалар. Шуға ла уҡытыу ғәмәле  еңел булғандыр. Коллективҡа ла рәхмәтлемен, хеҙмәт юлымды  башлағанда дәртләндереп торҙолар, –  тине ул.

Кеше тормошонда башланғыс кластар уҡытыусыһының роле бигерәк тә ҙур. Мәктәпкә яңы аяҡ баҫҡан сабыйҙың күңеленә белем нигеҙҙәрен ул һала, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы уята. Белем тамырҙарының көсө лә шуға беренсе уҡытыусыға бәйле. Башланғыс кластарҙа уҡытыусыларға төрлө яҡлап һәләтле булыу мөһим – йырға ла, һүрәт төшөрөүгә лә оҫталыҡ талап ителә, шуға күрә тәүге уҡытыусы һәр кемдең йөрәгендә ғүмерлек  урын ала. “Йыш ҡына балалар дәрестән ҡайтҡас, уҡытыусыларының  холҡон ҡабатлап, ошо һөнәр эйәһе булып уйнай. Шуға уҡытыусыға һәр ваҡыт үҙен өлгөлө тотоу мөһим”, – ти әңгәмәсем.

 Үкенескә ҡаршы, теләгән һәр кем был һөнәр эйәһе булып китә алмай. Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙы ла ошо фекерҙә.

–  Хеҙмәт хаҡы, бүленгән сәғәттәр тураһында уйлай башлаһаң, уҡытыусы булыу еңелдән түгел. Бар күңелеңде һалып эшләгәндә –  һөҙөмтә бар. Уҡытҡан сағымда магазинға йөрөргә ваҡыт етмәй ине. Йәш уҡытыусыларға теләгем – балаларҙы ихлас яратһындар, улар кәйефте яҡшы тоя. Эштә төп ҡорал –  ошо, – тип һөйләне Гөлсинә Йәғәфәр ҡыҙы.

Һәр ваҡыт белемгә, камиллашыуға ынтылған уҡытыусы ғына башҡаларҙы ла өйрәтә ала. Әңгәмәсем әле дини ғилем ала – Рәсәй ислам университетының икенсе курсында уҡый.

– Хәҙер инде минең хыялым – балаларға дини дәрестәр биреү, –  тип ниәттәрен дә уртаҡлашты.

Гөлсинә Мираҫованың үҙен биҙәй торған башҡа һөнәрҙәре лә күп булып сыҡты. Мәҫәлән, ул кейем тегергә ярата, бының өсөн махсус курс тамамлаған. “Өҫтөмдәге кейемемдең барыһын да үҙем теккәнмен”, –  ти ул.

Эштә лә, өйҙә лә, хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та,  уҡытыусы  һөнәренә тоғролоҡто һаҡлай, башҡаларға үрнәк булып ҡала ул. Шуға ла эштәре һәр заманда ла абруйлы йәмғиәтебеҙҙе тәрбиәләүселәрҙең.

 

 Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

     Ишембай районы.

Читайте нас: