Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 12:33

Математика сәнғәттән таҙа

“Тап ошо фәнде уҡытыуыма шатмын”

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Баймаҡ лицей-интернатының математика уҡытыусыһы Нәзирә Аллаярова үҙ эшенең оҫтаһы һәм талапсанлығы, белем биреү системаһында компетентлығы менән айырылып тора. Уның уҡыусылары район, республика олимпиадаларында алдынғы урындар яулай, дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса иң күп балл йыя, техник йүнәлешле юғары уҡыу йорттарына инә.

Ҡасандыр ағаһына эйәреп, Башҡорт дәүләт университетының математика һәм физика факультетын һайлаған ҡыҙ – бөгөн районда иң көслө матема­тиктарҙың береһе. Күп ата-әсә бала­ларының уға эләгеүен теләй, сөнки Нәзирә Абдулла ҡыҙы уҡытҡан класта балалар, математика фәнен яратып, ҙур теләк менән өйрәнә.

Сығышы менән ул Баймаҡ районының Ҡолсора ауылынан. Ағаһы Зиннәт Аллаяров – педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһы профессоры. Зиннәт Абдулла улы студент йылдарында мәктәптең сығарылыш класында белем алған һеңлеһенә ҡыҙыҡлы студент тормошо, математиканың серле донъяһы тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Мәктәпте тамамлағас, Нәзирә Аллаярова һис икеләнеүһеҙ документтарын Башҡорт дәүләт университетына тапшыра һәм конкурсты еңел генә үтеп тә китә. Күптәргә бик ауыр тойолған “юғары математика” фәнен ул бик ярата: төрлө ҡыҙыҡлы мәсьәләләр сисеү, геометрик фигура­ларҙы өйрәнеү, арифметик миҫалдар эшләү, физиканан төрлө тәжрибә үткәреү уның иң көтөп алған шөғөлөнә әйләнә. Шул уҡ ваҡытта тырыш ҡыҙ уҡыу йорто тормошонда ҡайнап йәшәй. Спортты яратыуын, матур йырлауын шунда уҡ үҙ иткән төркөмдәштәре уны бер саранан да ҡалдырмай: факультет өсөн спорт ярыштарында ҡатнашһынмы, йә иһә уҡыу йортоноң данын яҡлап смотрҙарҙа сығыш яһаһынмы – барыһына ла өлгөрә.

1986 йылда йәш белгес хеҙмәт юлын туған мәктәбендә математика уҡытыу­сыһы булып башлай, бер йылдан Нәзирә Абдулла ҡыҙы Баймаҡ интернатына (ул ваҡытта интернат була) эшкә килә һәм бөгөнгә тиклем һөнәренә тоғро ҡала.

– Мин эшемде шул тиклем ныҡ яратам, математика минең өсөн сәнғәттән таҙа. Тап ошо фәндән уҡытыуыма шатмын. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, мин уҡытҡан кластарҙа балалар шул тиклем математиканы ярата. Интернат-лицей статусы алғандан бирле математика йүнәле­шендәге кластарға белем бирәм, уларҙы техник вуздарға әҙерләйем. Математиканан Берҙәм дәүләт имтихандарына уҡыусылар менән даими шөғөлләнәм. Дәрестә генә бар материалды үтеп өлгөрөп булмай, шуға күрә күберәк төштән һуң улар менән өҫтәмә эшләргә тура килә. Математиканы яратҡан, уның менән артабан да шөғөлләнергә, ошо йүнәлештә аҙаҡ юғары белем алырға теләк белдергән уҡыусыларым менән айырым рәүештә маҡсатлы эш алып барам, уларҙы район, республика, Бөтә Рәсәй олимпиадаларына әҙерләйем. Математика дәрестәрендә математикаға ғына өйрәтеп ҡалмаҫҡа, ә ҡатмарлы математик мәсьәләләрҙе сисә, үҙ мәнфәғәттәрен дә яҡлай белгән кеше тәрбиәләргә тырышам.

Һәр формула нигеҙендә бер нисә билдә тора, һәр аныҡ билдәләмә артында йылдар, тиҫтә йылдар, математик үҙгәртеп ҡороуҙар, иҫәп-хисап, хаталы фекерҙәр, аксиоматик асыштар ята, тип уйланмайбыҙ. Минең өсөн математика – ул формулалар һәм иҫәпләүҙәр генә түгел, ә фекерләү һәм аралашыу ысулы ла: логик, ыҡсым, иҫбатлау. Математика минең өсөн билдәһеҙ күп кенә спектакль менән тамамлана, – ти тәжрибәле уҡытыусы.

Нәзирә Аллаярова, дәрестәрендә төрлө яңы алымдар, технологиялар ҡулланып, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үткәреүе менән дә үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләй. Уйлап ҡараһаң, тормошта математика һәр саҡ кәрәк. Һин уҡытыусымы, төҙөүсеме, инженер йәки иҡтисадсымы – һәр саҡ ябай мәсьәләләр ҙә математик күҙлектән, уның ҡағиҙәләре аша сиселә, яуап табыла. Математика – шул уҡ логик фекерләй белеү, мейе эшмәкәрлеген дә нығыта, шуға күрә ул фәнде үҙ иткән, уны белгән уҡыусылар тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмай.

Йыл һайын Нәзирә Аллаярованың уҡыусылары математиканан дәүләт имтихандарын юғары балға тапшыра. 15-тән ашыуы, математика талап ителгән юғары уҡыу йортона инеп, уңышлы белем ала. Төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың юғары математика фәне буйынса һорауҙары тыуһа, уға мөрәжәғәт итәләр. Бында ла элекке уҡыусыларын ярҙамһыҙ ҡалдырмай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, кәңәштәрен бирә.

Баймаҡ лицей-интернатында хәҙерге заманға ярашлы дәрес биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, күптән түгел генә “Үҫеш нөктәһе” асылған. Шулай ҙа серле һәм мөғжизәле математика фәненә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн тап Нәзирә Абдулла ҡыҙы кеүек үҙ эшенең оҫталары булғанда ғына ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелендә мәңге сиселмәҫ кеүек тойолған теүәл һәм ҡоро, ауыр, әммә мауыҡтырғыс фәнде үҙ итергә мөмкин. Йәнә шуны ла билдәләргә кәрәк, лицей-интернатта Урал аръяғы райондарынан балалар белем ала, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы уҡыусылары ла бар. Төрлө ауыл-ҡалаларҙан йыйылған ҡырҡ атай балаларына тәрбиә һәм белем биреү ҙә еңелдән түгелдер, әммә үҙ дәресеңә күңел йылыңды ла һалғанда, барыһына ла өлгәшергә мөмкин, – ти әңгәмәсем.

Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерация­һының маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, 2010 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңгән Нәзирә Аллаярова һөнәри байрамын яҡшы кәйеф, юғары күрһәткестәр һәм коллегаларының, уҡыусыларҙың ихтирам-хөрмәтендә ҡаршылай. Ҡыҙы Сәриә һәм улы Тамъян бөгөн төрлө урында инженер булып эшләй, шулай уҡ әсәләре кеүек математиканы ярата, сәнғәтте үҙ итеп, матур йырлай һәм бейей, спортты үҙ итә. Өс ейән-ейәнсәре лә, өлә­сәйҙәренә оҡшап, һанарға ярата, кем белә, бәлки, ошо кескәй ҡолонсаҡтарын киләсәктә серле математика донъяһы әсир итер.

 

Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Читайте нас: