Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 13:30

Радий Хәбиров яҡшы хәбәр еткерҙе

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

Радий Хәбиров яҡшы хәбәр еткерҙе
Радий Хәбиров яҡшы хәбәр еткерҙе

"Ҡыуаныслы яңылыҡ менән уртаҡлашам - Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең беҙҙең студенттар кампусын финанслау мәсьәләләре тулыһынса хәл ителде. Әле генә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының юғары белем һәм фән министры Валерий Николаевич Фальков менән кәңәшмә тамамланды.

Алдағы йылдарҙа проектты тормошҡа ашырыуға 20 миллиард һум инвестиция һалынасаҡ, шуның 60 проценты - федераль бюджеттан.

Беҙ Өфөләге иң яҡшы майҙансыҡты - Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүен кампус өсөн бирҙек.

Был тарих ятаҡ тураһында ғына түгел. Тәү сиратта беҙ донъя кимәлендәге заманса фәнни-мәғариф мөхитен, йәшәү, белем алыу, фән, спорт һәм мәҙәниәт өсөн нигеҙ булдырабыҙ.

Был - республикабыҙ өсөн ҙур ҡаҙаныш, ул, бер нимәгә ҡарамаҫтан, үҫешергә тейеш. Алға!" - тигән ул.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: