Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 18:45

Уҡытыусы күпме эш хаҡы алыуға лайыҡлы?

hh.ru эксперттары Уҡытыусылар көнөнә ҡарата ҡыҙыҡлы мәғлүмәт әҙерләне.

Уҡытыусы күпме эш хаҡы алыуға лайыҡлы?
Уҡытыусы күпме эш хаҡы алыуға лайыҡлы?

Рәсәйҙә эш эҙләү һәм белгестәр табып бирешеү буйынса иң ҙур платформа булған hh.ru эксперттары Уҡытыусылар көнөнә ҡарата ҡыҙыҡлы мәғлүмәт әҙерләне.

Ошо платформа раҫлауынса, бөгөн Башҡортостан уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 38,4 мең һум тәшкил итә. Һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 88 проценты был уларҙың хеҙмәтенә түбән баһа тип һанай, 58 проценты уҡытыусылар айына 100 мең һумдан ашыу алырға лайыҡлы, ә 19 проценты 61 – 100 мең һум һәйбәт хеҙмәт хаҡы булыр ине тип иҫәпләй, ике проценты ғына, уҡытыусыларҙың бөгөнгө эш хаҡы ҡәнәғәтләнерлек, ти.

Уҡытыусыларҙан икенсе эш һорап яҙылған резюмеларҙың ете проценты администратор, алты проценты һатыу буйынса менеджер, шулай уҡ алты проценты тәржемәсе, өс проценты программасы урынын эҙләй. Ҡалған теләктәр башҡа һөнәрҙәргә тура килә.

Фото: hh.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: