Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 15:15

Уҡытыусылар, байрам менән һеҙҙе!

Һеҙгә иғтибар артабан да һүрелмәйәсәк.

Уҡытыусылар, байрам менән һеҙҙе!
Уҡытыусылар, байрам менән һеҙҙе!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Уҡытыусылар көнө уңайынан яҙмаһы менән уртаҡлашты:

- Айырым йылылыҡ менән барлыҡ педагогтарҙы һөнәри байрам – Уҡытыусы көнө менән ҡотлайым! Хеҙмәтегеҙгә тәрән хөрмәт менән ҡарайым, сөнки һеҙ һалған нигеҙ кешенең уҡыуға ғына түгел, тормошҡа ла мөнәсәбәтенә йоғонто яһай.

Минең тәүге уҡытыусым Анна Ильинична Ведерникова булды. Уны ҙур ихтирам һәм рәхмәт тойғолары менән иҫкә  алам. Тап ул тәүге белемде бирҙе, мәктәпкә һөйөү уятты, үҙемә ышанысты арттырҙы. Яңы мөхиттә бөтә нимә ят булған беренсе класс уҡыусыһы өсөн был бик мөһим.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы бала тормошонда ҙур роль уйнай, уны икенсе әсәй тип тә атарға мөмкин. Ул сабыр, иғтибарлы һәм изгелекле булырға тейеш. Уҡыусыларға ҡарата күрелгән хәстәрлек уларҙа яңы белем алыуға ынтылыш тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Уҡытыусы булыу – ул, һис шикһеҙ, ҙур һәләт.

Эшегеҙҙә һеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Башҡортостанда дәртләндереүсе түләүҙәр, грант һәм премиялар, шулай уҡ социаль ярҙам саралары бар. Ауылдарҙа эшләүсе йәш педагогтарға  690-ар мең һум күләмендә аҡса түләнә. Быйыл 25 кеше грантҡа эйә булды. Тағы 44 кеше “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә берәр  миллион һум түләү алды.

Мәғариф – айырым иғтибар үҙәгендә. Уҡытыусыларға уңайлы булһын өсөн артабан да ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Байрам менән! Һаулыҡ, бәхет теләйем, уҡытыусылыҡ эше һеҙҙә бары тик йылы хәтирәләр генә ҡалдырһын, яңы уңыштарға ҡанатландырһын.

Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.

Уҡытыусылар, байрам менән һеҙҙе!
Уҡытыусылар, байрам менән һеҙҙе!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: