Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Октябрь 2022, 12:31

“Һөйөп уҡытабыҙ, ғорурлыҡ менән сығарабыҙ!”

Башҡорт гимназияһында белем алырға теләүселәр күп.

Нефтекама ҡалаһында булғанда, Башҡорт гимназияһы менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Ысынлап та был уҡыу учреждениеһында балаларға белем биреү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырылған. “Хәҙерге заман мәктәбе ниндәй булырға тейеш?” тигән һорау тыуһа, Нефтекамалағы Башҡорт гимназияһында уға яуап табырға мөмкин.

– Йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡ­тарына үтеп ингән глобалләшеү мәғариф өлкәһен дә урап үтмәне. Бөгөнгө заман уҡыусыһы белемле генә түгел, мәҙә­ниәтле, белемен ижади яҡтан оҫта ҡулланып, кәрәкле мәғлүмәтте баһалау, анализлау ҡеүәһенә маһир һәм, әлбиттә, үҙаллы фекер йөрөтә белгән шәхес булырға тейеш. Был – педагогтар коллективы алдында торған бурыстарҙың береһе, – тине ҡаланың Башҡорт гимназияһы директоры Әлфиә Кәримова. 

Башҡорт гимназияһы – 2010 йылдан “Берҙәм белем биреү мөхитен тыуҙырыу” проектын бойомға ашырыусы инновациялы белем биреү учреждениеһы. Унда барлығы 1200 бала белем ала, 56 уҡытыусы эшләй. Коллективтың 80 проценты юғары категорияға эйә.

Башҡорт гимназияһы уҡытыусылары баланың төрлө яҡлы үҫеше өсөн матди, рухи шарттар тыуҙырыу, заман талаптарына ярашлы белем һәм тәрбиә биреү үҙҙәренең төп бурысы икәнен яҡшы аңлай. Йәш быуынға сифатлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн мәктәп етәкселеге уңайлы шарттар тыуҙырған. Гимназия уҡытыусылары һәр яҡлап үҫешкән, уңышлы шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа профилле белем биреү, социаль практикалар (үҙидарала ҡатнашыу, башланғыс клас­тарҙа тьюторлыҡ), ресурс үҙәге, дистанцияла белем биреү кеүек моделдәрҙе ҡуллана.

– Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы менән башҡорт теле һәм әҙәбиәтен төплө өйрәнеү тураһындағы проект, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә төҙөлгән “Туған тел һәм туған әҙәбиәт буйынса белем алыуҙың сифатын яҡшыртыу сараһы булараҡ, лингво-тыуған яҡты өйрәнеү проект эшмәкәрлеге” тип аталған инновациялы майҙансыҡ – берҙәм белем биреү мөхитен тыуҙырыусы берәмектәр. Уҡыусыларҙы проектлау технологияларын әүҙем ҡулланыу өсөн төрлө кимәлдәге эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү инновациялы майҙансыҡтың нигеҙен тәшкил итә. Маҡсаты – туған тел һәм туған әҙәбиәт предметтары буйынса уҡыу сифатын яҡшыртыу. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә хас булған көнүҙәк мәсьәлә – башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, һәр балала халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына хөрмәт, һөйөү хисе тәрбиәләү һәм башҡа бихисап мәсьәләләр бөтөн эшмәкәрлегебеҙ менән бәйле алып барыла. Ошо юҫыҡта туған телебеҙ ҡиммәттәрен һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында бер нисә йыл рәттән “Тел яҙмышы – милләт яҙмышы” проекты бойомға ашырыла. Белем һәм тәрбиә биреүҙә ҡатнашҡан һәр бүлек: хакимиәт, педагогтар, уҡыусылар һәм йәмәғәтселек ҡатнашлығында ғына ошо проект уңышҡа өлгәшә. Дәрестә алған баһаларҙың бәҫе төшкән заманда балаларҙы белем алыуға, тормошта уңышҡа өлгәшеү юлдарын өйрәнеүгә ылыҡтырыу юлдары дәрестәр һәм кластан тыш сараларҙың бихисап модел­дәрен ҡулланыу аша алып барыла, – ти Әлфиә Ишмөхәмәт ҡыҙы.

Гимназияның “Илгиҙәрҙәр” театр студияһы ысын мәғәнәһендә үҙ һөҙөм­тәһен бирә, сөнки уның уҡыусылары, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәнғәт юғары уҡыу йорттарын тамамлап, уңышлы ғына хеҙмәт итеүсе артистар булып үҫеп сыҡҡан. Инде ун йылдан ашыу башҡорт телендә уйнаған “Балаяндар” шаяндар, отҡорҙар клубы коман­даһы – бөгөн республикала мәктәп уҡыу­сыларының “КВН БАШҠОРТ ЮНИОР ЛИГАҺЫ”нда алдынғылар рәтендә.

Ижади, эстетик зауыҡ тәрбиәләүҙә гимназия Нефтекама ҡалаһы башҡорт­тары ҡоролтайы, Нефтекама дәүләт филармонияһы, Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Урал” халыҡ үҙәге һәм Халыҡтар мәҙәниәте үҙәге кеүек ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Бында белем һәм тәрбиә биреүҙә, балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыуға иғтибар ҙур. Гимназияла милли спорт төрҙәренә ҙур иғтибар бүленә. “Берҙәм­лектә – көс” девизы менән эшләйҙәр. Әле ҡала спорт мәктәбе, “Ягуар” кеүек ойошмалар, үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеп, күп секция асҡан. Мәҫәлән, “Мәргән уҡсы”, “Милли көрәш” секциялары уңышлы эшләй. Бында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа теләп шөғөлләнә.

Мәрйәм Бураҡаеваның республика программаһын бойомға ашырған “Йәйләү” йәйге ял лагерында йыл һайын 50-нән ашыу бала ял итә. Белеүебеҙсә, унда ойошторолған саралар халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихи-мәҙәни тормошон заман күҙлегенән өйрәнеүгә йүнәлтелгән.

– Гимназия уҡыусыларын халҡыбыҙ­ҙың тарихи, мәҙәни үткәне менән тәрбиәләүҙең иң уңай ысулы – ул музей. Беҙ уға үтә лә мәғәнәле исем бирҙек – “Аманат”. Был тармаҡ мәҙәни-ағартыу, өйрәтеү һәм эҙләнеү кеүек эшмәкәрлекте лә күҙ уңында тота. Тыуған яҡты өйрәнеү балаларҙы фәнни-эҙләнеү эшенә йәлеп итеүҙә төп ролде үтәй, тиһәк тә, хата булмаҫ. Бының өсөн музейҙа илебеҙ тарихындағы төрлө ваҡиғаларҙың шаһиты булған шәхестәр, һуғыш ветерандары менән үткәрелгән осрашыу кисәләре ғәмәли яҡтан бик әһәмиәтле фактор булып тора. “Мәктәп кафеһы” – шул проекттың бер өлөшө. Был шулай уҡ уҡыусылар, ата-әсәләр һәм социаль партнерҙар менән берлектә эшләнгән уртаҡ емеш. Медиаүҙәк – уҡыусыларҙың проекты – ул гимназия гәзите, мәктәп телевидениеһы. Мәктәп гәзите – илһө­йәрлек тәрбиәләүҙә, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булдырыуға, шулай уҡ белем алыуға этәргес биреүсе заманса сара. Эшебеҙҙең төп девизы: “Һөйөп уҡытабыҙ, ғорурлыҡ менән сығарабыҙ!” – тип фекерҙәрен уртаҡлашты гимназия директоры.

Гимназияла илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙәре лә әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Ошо йүнәлештә Федераль именлек хеҙмәте менән дә бәйләнеш булдыр­ғандар. Инде ике-өс быуын буласаҡ ил һаҡсылары – йәш кадеттар тәрбиәләнгән. Бөгөн улар Рәсәй юғары уҡыу йорттарында белем ала. Республика програм­маһына ярашлы, “шайморатовсылар” проектын бойомға ашырыу ҙа Нефтекама ҡалаһы хәрбиҙәре менән берлектә алып барыла.

Гимназия бөгөн – күркәмлек, уңайлы­лыҡ һәм гүзәллек усағы. Башҡорт гимназияһы коллективы быға ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың ҡатнаш­лығында өлгәшә. Башҡорт гимназия­һында уҡырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыуы ла бындағы шарттарҙың хәҙерге талаптарға, заман ихтыяжына яуап биреүе хаҡында һөйләй.


Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: