

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылын байрам итеү сиктәрендә В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы менән берлектә ял көндәрендә Өфөлә “Арктикала каникул” экологик-белем биреү марафоны үтәсәк.
Тәгәрмәсле мультимедиалы интерактив музей Өфөлә, В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы янындағы майҙанда, теүәл ике көн буласаҡ. Ул Мәскәүҙән старт ала, Түбәнге Новгородҡа, Ҡаҙанға, Пермгә, Екатеринбургка бара, ә беҙҙең ҡаланан Тулаға юл тотасаҡ. Проектҡа Рәсәйҙең ете төбәге йәлеп ителгән.
Рәсәй Геройы, космонавт, 1-се класлы һынаусы летчик, "Арктика хужаһы" ғилми экспедицияһының баш пилоты Валерий Иванович Токарев сараның хөрмәтле ҡунағы итеп саҡырылған. Шулай уҡ полярсылар, сәйәхәтселәр, аҡ айыуҙар тураһында фильмдың режиссеры менән осрашыуҙар ҡаралған.
Шулай итеп, 8 һәм 9 октябрҙә сәғәт төшкө 12-нән киске 7-гә тиклем В.И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы майҙанында (Свердлов урамы, 88) “Арктикала каникул” экологик-белем биреү марафоны уҙасаҡ. Был – Арктика тураһында виртуаль экспозиция, ул ике ҡатлы музей-автобустың 28 квадрат метрында урынлашҡан.
Һеҙ барлыҡ туғыҙ арктик төбәктәрҙә була, аҡ айыуҙар менән осрашыуҙы күрә, ғалимдарҙың имеҙеүселәрҙән анализ алыуы, уларға спутник тапшырғыстары кейҙереүе, Төньяҡ халыҡтарының йолалары менән таныша, арктик фәнни экспедицияларҙың эшенә ҡарай һәм башҡа бик күп нәмәләрҙе белә алаһығыҙ.
Автобус янында ысын чум төҙөләсәк. Унда балалар һәм өлкәндәр өсөн ижади дәрестәр һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу - диңгеҙҙә йәшәүселәрҙе пластилиндан әүәләү, диңгеҙ төйөрҙәре бәйләү, суднолар эшләү ҡаралған.
Музей-автобусты ҡарау һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бөтәһе өсөн дә бушлай буласаҡ.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә музей алдындағы майҙанда абруйлы ҡунаҡтар һәм ижади коллективтар сығыш яһай. 12:30 сәғәттә музейҙың кинозалында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы осрашыуы үтә. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә - Арктика төбәгенән сенатор Елена Шумилова, ғалимдар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, компаниялар һәм фондтар башлыҡтары.
Ә көндөҙгө сәғәт 3-тә музейҙың кинозалында билдәле Өфө сәйәхәтсеһе һәм журналист, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе медиатөркөмө етәксеһе Рөстәм Сиражетдинов менән осрашыу була. Марафон сиктәрендә шулай уҡ музей кинозалында БР Йәмәғәт палатаһының “Арктиканы үҙләштереү: Рәсәй халыҡтарының цивилизациялы миссияһы” темаһына осрашыуы үтәсәк.
Киске сәғәт 6-ла музейҙа сираттағы тыуған яҡты өйрәнеү осрашыуы барышында Икенсе Альбанов уҡыуҙары йыйынтығының исем туйы була. Киске сәғәт 8-ҙә музей кинозалында “Айыуҙар янында. Һауа экспедицияһы көндәлеге-2” документаль фильмы күрһәтеләсәк. Унда кинотаҫманың режиссеры, профессиональ тележурналист, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Ольга Карелина ҡатнашасаҡ.