

Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуған ере – Белорет районының Исмаҡай ауылында бынан 15 йыл элек булған ваҡиғаны бәйән иткем килә. 1928 йылда төҙөлгән, өс айырым бинанан торған мәктәптә бара ине белем биреү. Бер саҡ кабинет системаһы булырға тейеш тип, ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлгән мәктәпкә күсерҙеләр. Шатлығыбыҙ биш йылға ғына етте...
1995 йылда ауылдашыбыҙ, танылған яҙыусы Яныбай Хамматовтың 70 йәшлек юбилейына бик күп ҡунаҡ йыйылды. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә мәктәбебеҙҙә булып китте.
Шулай бер мәл ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, музейҙа экскурсия үткәргән ваҡытта иҙән һынып төштө һәм бөтәһе лә, ҡунаҡтар ҙа, аҫҡа ҡоланы. Был хәлдән һуң мәктәпте яраҡһыҙ тип ябып ҡуйҙылар.
Күмәкләп ултырып, ул саҡтағы Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовҡа хат яҙҙыҡ. Шулай итеп, 2007 йылда ауылыбыҙҙың уртаһында күҙҙең яуын алырлыҡ социаль-мәҙәни үҙәктә уҡыта башланыҡ. Хәҙер инде бәхетле, шатлыҡлы ваҡиғалар кисереп, яңы мәктәбебеҙҙең 15 йыллығы юбилейы ла килеп етте. Ә юбилей – ул артта ҡалған йылдарға әйләнеп ҡарап, һәр эшкә йомғаҡ яһау мәле.
Ауылыбыҙ тәбиғәте менән генә түгел, халҡы менән дә матур. Берҙәм, ҡунаҡсыл, эшһөйәр кешеләр йәшәй беҙҙә. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр.
Мәктәп – ул белем биреү урыны ғына түгел, балаларға тәрбиә биреү сығанағы ла, ә тәрбиә күп яҡлы. Бында бағыусылар төрлө байрамдарҙы, дәрестәрҙе юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ итә. Даян Салауат улы Сөнәғәтов, Азат Мырҙабай улы Мөхәмәтдинов, Денис Рәфҡәт улы Ишбулатов, Динар Рәфҡәт улы Ишбулатов, Фаяз Сәйфетдин улы Низамов, Сыңғыҙ Рим улы Әбдрәхимов, Рәсих Хәкимйән улы Ишморатов, Фроза Мөжәүир ҡыҙы Әмирова, Ләлә Салауат ҡыҙы Хәйбуллина, Ришат Ринат улы Йосопов, Хәмдиә Ғәлимйән ҡыҙы Йосопова һәр саҡ ярҙам итә. Ғаян Ғәбдинур улы Илһамов, Радим Фаяз улы Низамов, Илһам Азамат улы Атауллин кеүек йәш егеттәребеҙ ҙә изге ғәмәлдәре менән ҡыуандырып тора.
Уҡытыусыларҙың тағы бер ышаныслы оло терәге – Харис Хәсән улы Хитауллинды ла телгә алмаһаҡ, яҙыҡ булыр. Мәктәп автобусы водителе менән оҙон юлыбыҙ ҡыҫҡа тойола. Ял да иттерә, ашханала ашата ла, кемдеңдер алған әйбере оҡшамаһа, яйын табып, үҙе алмашырға ярҙамлаша ла. Һәр береһенә иғтибарлы, һәр береһе менән яҡшы мөғәмәләлә.
Әле мәктәптә һигеҙ уҡытыусы эшләй. Мөләйем, йөҙө нурлы, һәр һүҙе урынлы директорыбыҙ Ғәфифә Нәҡип ҡыҙы Хитауллина эште төплө уйлап ойоштора. Итәғәтлелеге, үҙ вазифаһын урынына еткереп башҡарыуы менән беҙгә лә ышаныс өҫтәй. 15 кешенән торған коллективҡа ғәҙел мөнәсәбәттә, иғтибарлы, уңыштарыбыҙҙы күреп, йылы һүҙҙәрен әйтә, кәрәк саҡта кәңәштәрен бирә.
Директор урынбаҫары Әнисә Салауат ҡыҙы Хәйбуллинанан тыш мәктәпте күҙ алдына ла килтереп булмай. Үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, һәр мәсьәләгә яуаплы ҡараған, үтә лә талапсан, билдәләнгән һәр эштең һөҙөмтәһе өсөн тырышҡан уҡытыусыбыҙ уҡыусыларға ла, коллегаларына ла берҙәй талапсан.
Тырышлыҡ булған ерҙә уңыш та оҙаҡ көттөрмәй. Башҡорт һәм рус теле буйынса сығарылыш имтихандарын “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә тапшырып ҡыуандырҙы уҡыусыларыбыҙ. Мәктәптең, район кимәлендә уҙған төрлө конкурс, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауы – дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
Уҡыу йылы аҙағында һәр эшкә йомғаҡ яһала, алдынғылар билдәләнә. Уҙған уҡыу йылында өлкән кластарҙың математика уҡытыусыһы Ришат Ринат улы Йосопов “Иң яҡшы класс етәксеһе” тип билдәләнде. Ул – мәктәптең йөҙөк ҡашы. Төрлө саралар, сәйәхәттәр ойоштора.
Башланғыс кластарҙа “Иң яҡшы класс етәксеһе” исеменә Лилиә Айрат ҡыҙы Йосопова лайыҡ булды. “Иң әүҙем класс” – VI класс уҡыусылары (етәксеһе – Алина Хәтип ҡыҙы Йосопова), “Иң таҙа көндәлек” номинацияһында Ангелина Ҡужаҡова (юғары кластар араһында) һәм Иршат Ҡужаҡов билдәләнде.
Мәктәптең 15 йыллығына коллектив һәм өлкән класс уҡыусылары ағас ултыртты. Һуңғы йылдарҙа нығынып киткән ылыҫлы ағастар янына ултыртылған япраҡлы үҫентеләр баҡсабыҙҙы тағы ла күркәмләндереп ебәрҙе.
Мәктәп баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән, төрлө йәшелсә үҫтерелә. Был инде – уҡыусыларҙың яратҡан йәйге практика эше һөҙөмтәһе.
Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы: мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусылар осрашыуҙарға йыйыла. Улар тәүге уҡытыусылары, сығарылыш класс уҡыусылары менән мәктәп йылдарын, ундағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрә. Һәр класс мәктәпкә иҫтәлекле бүләк тапшыра. Быйыл килгән ҡунаҡтар, палатка бүләк итеп, күберәк сәйәхәткә йөрөргә, спортҡа ылығырға әйҙәне. Флиҙә Сабир ҡыҙы Өмөтҡолова, Зилә Йәғәфәр ҡыҙы Ғәбитова, Земфира Зәйни ҡыҙы Ғәлиуллина, Тимур Шакирйән улы Иштуғанов, Эльвира Рим ҡыҙы Фәтҡуллина рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды.
Киләсәктә Исмаҡай мәктәбенең шаулап-гөрләп тороуын, унда белем алған һәр баланың яҙмышы яҡты булыуын, илебеҙгә кәрәкле изге һөнәр алыуын, уҡытыусыларға эштәренең яҡшы һөҙөмтәһен күрергә яҙһын. Яныбай Хамматовтың ауылдаштары киләсәктә лә һынатмаҫ.
Белорет районы.
Зифа ҠУЖАҠОВА