Белем һәм тәрбиә
11 Октябрь 2022, 11:35

Мәктәптә илебеҙ киләсәге тәрбиәләнә

“Башинформ” агентлығы.“Башинформ” агентлығы.
Фото:“Башинформ” агентлығы.

“Илебеҙҙең киләсәге бөгөнгө балалар ҡулында. Дөрөҫ тәрбиә һәм төплө белем биреү – милли именлек нигеҙе” – ошо һүҙҙәр республика уҡытыусыларының быйылғы август кәңәшмәһенең төп асылын билдәләгән саҡырыу булып яңғырағайны. Әлеге хәл-торошта был фекерҙең мөһимлеге тағы ла асығыраҡ сағыла, илебеҙ киләсәген тәрбиәләгән уҡытыусы хеҙмәтенең әһәмиәте, мәғариф эшмәкәрлеген милли именлегебеҙҙе тәьмин итерлек кимәлдә алып барыу зарурлығы айырыуса көнүҙәк мәсьәлә булып килеп баҫа.

 

Белем усаҡтары яңыра

 

Быйылғы уҡыу йылында республика мәктәптәре 510 меңгә яҡын уҡыусыны ҡабул итте, шуларҙың  54 717-һе – бе­лем иленә тәү башлап аяҡ баҫыусылар.

Республикабыҙ 2022 – 2026 йыл­дарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йы­һазландырыу буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуға әү­ҙем ҡушылды. Беҙҙәге мәғариф өлкә­һенә ҡараған 365 бина ошо програм­маға инде. Быйыл 63 мәктәп төҙөк­ләндерелде, киләһе йылда ике тап­ҡырға күберәк – 134 белем усағы яңы төҫ аласаҡ. Шулай итеп, ике йыл­да 197 мәктәп бинаһы ремонтланасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы раҫ­ланған объекттар һаны буйынса Рәсәй­ҙә икенсе урында килә. Мәҫәлән, Хәй­булла районының Маҡан ауылындағы мәктәп тап ошо федераль программаға ярашлы төҙөкләндерелде. Һөҙөмтәлә 111 уҡыусы һәм 18 уҡытыусы яңы уҡыу йылын заманса шарттар булды­рылған белем усағында башлап ебәр­ҙе. Бинаны капиталь ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һум­дан ашыу аҡса бүленгән. Хәҙер Маҡан балалары сағыу, заманса мәктәптә белем ала, сөнки элекке бинанан стеналар ғына ҡал­ған, тип әйтергә мөмкин. Бинаны ре­монт­лауҙан тыш, йыһаз­лан­дырыуға ла аҡса бүленгән: парталар, ултырғыстар, йомшаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, спорт ҡорамал­дары, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетына ҡорамалдар һатып алынған.

“Мәғариф” милли проектына ярашлы, мәктәптәрҙе уҡыу ҡорамал­дары менән йыһазландырыу ҙа әүҙем дауам итә. Быйыл 240 дөйөм белем биреү ойошмаһы “Һанлы белем биреү мө­хите” проекты буйынса ҡорамалдар ал­ған. “Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проектына ярашлы, яңы уҡыу йылы башынан ауыл­дарҙағы һәм бә­ләкәй ҡалаларҙағы белем усаҡтарында тағы  216 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге булдырылды. Шулай итеп, уларҙың һаны 598-гә етте. Был үҙәктәр информатика, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, химия, биология, физика кеүек фәндәр буйынса төплөрәк шөғөлләнергә, яңы белемгә эйә булырға юлдар аса. Мәҫәлән, уларҙа робот техни­каһы, шахмат серҙәренә төшөнөү, фото эшләү нескәлектәренә өйрәнеү, төрлө тәжрибә үткәреү һәм башҡа мөмкинлектәр бар. 

Шайморатов вариҫтары үҫә

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, быйыл Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс стандарты әҙерләнде. Уларҙың тәүгеләре 2020 йылда Өфө ҡалаһындағы өс гимназияла асылғайны. Үткән уҡыу йылында 12 “Шайморатов класы” барлыҡҡа килде,  быйыл республика мәктәптәрендә тағы һигеҙ тиҫтә самаһы асыла. 11 октябрҙә – Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында “Шайморатовсыларға бағышлау” тантанаһын уҙғарыу планлаштырыла, унда район һәм ҡалаларҙан 500-ҙән ашыу баланың ҡатнашыуы көтөлә.

Был эште башлап ебәргән мәлдә, мәғариф һәм башҡа тармаҡ вәкил­дәре берлектә кәңәш ҡороп, әлеге кластарға ҡағылышлы берҙәм ҡағиҙәләрҙе билдәләне. Шулай итеп, V – VII кластарҙа “Шайморатов кластары”н асыу, уларға берҙәм форма булдырыу, хәрби кадрҙар араһынан кураторҙар һайлап алыу, лингвистик һәм тәбиғи-ғилми белем биреү профиле, киң планда өҫтәмә белем биреү инә. Һуңғыһы спорт, хәрби әҙерлек, вокал, милли уйын ҡоралдары, милли спорт, ғилми-тикшеренеү һәм хәрби-эҙәрмәнлек эшмәкәрлеге, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәренән тикшеренеү, тыуған яҡты өйрәнеү эштәрендә ҡатнашыу, ГТО нормалары тапшырыу, йәйге-ҡышҡы “Шайморатов уйындары” үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Әлбиттә, был йүнәлештәге эштең иң төп маҡсаты – илһөйәрлек тәр­биәләү, Ватаны менән ғорур­ла­ныр­лыҡ, уның ысын һаҡлаусыһы, яҡлау­сыһы булырлыҡ, белемле, алдынғы ҡарашлы, лайыҡлы алмаш үҫтереү.

 

Полилингваль белем – заман талабы

 

Бөгөн полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыу – республикабыҙ­ҙа ғына түгел, тотош ил күләмендә киң ҡолас ала барған күренеш. Ул мәғариф тармағындағы көнүҙәк мөһим проекттарҙың береһе һанала. Республика Башлығы Радий Хәби­ровтың башланғысына ярашлы, был эшмәкәрлек беҙҙә лә киң танылыу ала бара. Әлеге ваҡытта Өфө, Стәр­летамаҡ, Нефтекама ҡалаларында йәмғеһе дүрт полилингваль мәктәп эшләп килә. Яҡын арала Хәйбулла һәм Учалы райондарында тағы ике белем усағы асылыу көтөлә. Шулай уҡ Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылындағы мәктәпте төҙөкләндереп, уның нигеҙендә мари телен өйрәнеү буйынса полилингваль мәктәп булдырыу күҙаллана. Был йәһәттән республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы Мари Иле Республика­һы менән һөйләшеү алып бара.

– Беҙҙә полилингваль белем би­реүҙе үҫтереү үҙенсәлеге төбәге­беҙҙең күп милләтле, күп телле булыуы менән дә тығыҙ бәйле. Был эш төрлө милләттәрҙең туған телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында алып барыла. Әлеге йүнәлештәге селтәр үҫешә генә бара: сыуаш, мари, удмурт телдәре лә күҙ уңында тотола. Башҡа төбәктәрҙә асылған полилингваль мәктәптәр моноэтник харак­тер­ҙа, ә беҙҙә улар күп милләтлелектең, күп мәҙәниәт­лелектең сағылышы булып тора, – тип билдәләгәйне мәға­риф һәм фән министры Айбулат Хажин Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыу­сыларының төбәк-ара форумында.

Бөгөн республикабыҙ мәктәптә­рендә 30 меңдән ашыу педагог балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Улар үҙ иңенә ҙур яуаплылыҡ – республикабыҙҙың, илебеҙҙең, кешелектең киләсәген тәрбиәләү, милли именлегебеҙҙе тәьмин итеү бурысы һалынғанын яҡшы аңлай һәм ошо маҡсатҡа тоғро хеҙмәт итә.


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас