

Бөгөн, 12 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мәктәп директорҙарына автобус асҡысы тапшырҙы.
- Бөгөн бик матур ваҡиға: беҙ матди-техник базаны камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Әле республикабыҙҙа 1465 мәктәп автобусы иҫәпләнә, улар 50 меңдән ашыу баланы 872 маршрут буйынса мәктәптәргә ташый. Техниа һаны йылдан-йыл арта бара. Ошо рәүешле беҙ балаларҙы йөрөтөү шарттарын камиллаштырып ҡына ҡалмайбыҙ, сифатты һәм хәүефһеҙлекте лә тәьмин итәбеҙ. Матди-техник базаны артабан нығытыуға киләсәктә лә ҙур көс һаласаҡбыҙ, - тине Максим Забелин.
Шулай итеп, балаларҙы йөрөтөүгә махсуслашҡан 20 автобус республиканың 15 районына – Әлшәй, Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Белорет, Бүздәк , Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы һәм башҡа төбәктәргә юлланды.
ГАЗ маркалы яңы автобустар 18 урынға иҫәпләнгән һәм хеүефһеҙлектең барлыҡ талаптарына яуап бирә, улар ГЛОНАСС/GPS заманса спутник навигацияһы системаһы, тахограф, өҫтәмә автономлы йылытҡыс, хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.
Фото: Олег Яровиков.