

Мәскәүҙә “BashStudents!” тарафынан беренсе курс студенттарына бағышлау үткәрелде. Был сарала ҡатнашыусылар ыңғай тәьҫораттар һәм көс-ҡеүәт алды.
Квестың һигеҙ туҡталышында йәштәр үҙҙәренең төрлө һәләттәрен, һөнәрҙәрен күрһәтте. Квестан һуң беренсе курс студенттарының кәйефен күтәреү маҡсатында өйҙән алып киленгән тәмлекәстәр менән сәй эсерҙеләр. Һуңынан “Алтын ай” бейеү коллективы һәм йырсы Алтынай Вәлитов концерт ҡуйҙы. Йәштәргә сара бик оҡшаны, ә яҡшы һауа торошо уға тағы ла йәм өҫтәне.
Башҡортостандан Мәскәү юғары уҡыу йорттарына уҡырға килгән беренсе курс студенттары республиканан сыҡҡан яҡташтарыбыҙҙың ижади эштәре менән дә танышты, яңы дуҫтар тапты һәм “BashStudents!” татыу ғаиләһенең бер ағзаһына әйләнде.
– Яҡташтарыбыҙға, командалар һәм квестар кураторҙарына, концертты ойоштороусыларға, артистарға, беҙҙең алып барыусы Илүзә Моратшинаға рәхмәт белдерәбеҙ, – ти студенттар.
Сарала студенттарҙы ҡотлап Дәүләт Думаһы депутаты Мария Валерьевна Бутина, Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власть органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппарат етәксеһе Ринат Таһир улы Фәйзуллин, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы кураторы Илшат Илдус улы Рәхмәтуллин сығыш яһаны.
Мәҡәлә авторҙары: Вилена Вальшина, Рөстәм Хилажев.
Фото: Байрас Байбулов һәм Розали Япарова.