

Был юлдар “Урал батыр “ эпосынан, уларҙың хаҡлығын тормош күптән раҫлаған. Илле йәште уҙған профессионалдар өсөн Башҡортостандың туғыҙ колледжы базаһында 12 октябрҙән 14 октябргә тиклем үткән “Аҡыллылар күнекмәләре” тип аталған V Милли чемпионат мауыҡтырғыс булмаҡсы.
Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ярыштар Өфө, Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы колледждарҙа үтә. Чемпионатты асыу һәм ябыу тантаналары онлайн форматта 12 һәм 14 октябрҙә 12:00 сәғәттә башлана.
– “Аҡыллылар күнекмәләре” чемпионаты йылдан-йыл үҙенең мөһимлеген раҫлай. Ярыштар илле йәште уҙған граждандарға тормош дауамында алған тәжрибәһен төрлө компетенцияларҙа ҡулланырға, уртаҡлашырға һәм үҫешергә мөмкинлек бирә, – ти мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.– Беҙҙең республика Милли чемпионатта бишенсе йыл рәттән ҡатнаша, унда ҡатнашыусылар һаны арта бара.
Республика исеменән төрлө компетенциялар буйынса 12 конкурсант сығыш яһаясаҡ. Новосибирск ярыштар менән идара итеү үҙәге ролен башҡарасаҡ, төп эксперттар һәм баһалаусы эксперттар төркөмө ярыштарҙы реаль ваҡыт режимында күҙәтәсәк һәм баһалаясаҡ. Чемпионатта Рәсәйҙең 69 төбәгенән 300-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашасаҡ. Ярыштар профессияларҙың ете блогына ярашлы 30 компетенция буйынса үтәсәк: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф.
Фото: pravitelstvorb.ru