Белем һәм тәрбиә
14 Октябрь 2022, 11:01

Ижад аша улар йәшәргә өйрәнә

Үҫмерҙәрҙең оҫталығы билдәләнде.

Мәскәүҙә, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының “Үҙенсәлекле бүләк” галереяһында, Башҡортостан халыҡтарының милли кейемендәге автор ҡурсаҡтары күргәҙмәһе асылды. “Ижад итеп йәшәргә өйрәнәбеҙ” тип аталған сара Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫ йылына арналды.

Күргәҙмә “Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар союзы” йәмәғәт ойошмаһы, “Беҙ бергә” ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар союзы” төбәк йәмәғәт хәрәкәте менән бер­лектә “Ябыҡ типтағы Ишембай махсус белем-тәрбиә учреждениеһы” профессиональ белем биреү учреждениеһы тарафынан ойошторолған.

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү – ҡатын-ҡыҙ­ҙар ойошмалары эш­мәкәр­легенең төп өҫтөнлөклө йүнә­леш­тәренең береһе. Ишембай ҡалаһы һәм ра­йонының “Беҙ бергә” ҡатын-ҡыҙҙар советы нисәмә йыл инде айырым тәрбиәләү, уҡытыу шарттарына һәм махсус педагогик алымға мохтаж 11–18 йәшлек ҡыҙҙар уҡырға ингән белем биреү-тәрбиә учреж­дениеһы менән хеҙмәттәшлек итә. Бында балаларҙы уңыш­лы социал­ләштереүгә нигеҙ һалына. Йыл һайын Рәсәй Федерацияһының 28 төбәгенән 65-70 үҫмер ҡыҙ реабилитация үтә. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар.

Күргәҙмәнең үҙенсәлеге шунда: был ҡурсаҡтарҙы ябыҡ типтағы Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә учреж­дениеһы тәрбиәлә­неүселәре эшләгән. Һәр ҡыҙҙың еңел бул­маған тормошо, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән үҙ тарихы бар. Бында уларҙы артабан йәшәргә, эшләргә һәм ижад итергә өйрәтәләр. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Учреждениела ҡыҙҙар белем ала, бик кәрәкле тегеү, штукатур, маляр, официант, горничная, ландшафт дизайнеры, парикмахер кеүек һөнәрҙәр үҙләштерә. Улар өсөн “Журналистика”, “Фотофакт”, “Стопкадр”, “Шәп оҫтабикә”, “Маникюр әлиф­баһы” йүнәлештәре буйынса 12 түңәрәк асылған. Үҙ медиаүҙәктәре, театр, тауыш яҙҙырыу, телевизион һәм фотостудиялар эшләй.

2018 йылда ошо ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы булышлығында милләт-ара аралашыуға, халыҡтар­ҙың йолаларын өйрәнеүгә һәм төрлө милләттәрҙе берләштереүгә йүнәлтелгән “Милләттәр биҙәктәре” этнопроектын ғәмәлгә ашырыу башлана. 2022 йылда проекттың дауамы – үҫмер ҡыҙҙарҙың ҡим­мәт­тәр системаһы менән эшләүгә йүнәлтелгән программа булған. Ул дәүләт заданиеһын үтәү нигеҙендә әҙерләнә. Программаның идеяһы осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәй. 2021 йылдың декабрендә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзы рәйесе Екатерина Лахова һәм Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының социаль һәм мәҙәни программалар етәксеһе Галина Михайловна Федосеева менән осрашыу була. Унда “Беҙ бергә” ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһының пландары һәм яңы социаль проекттары тикшерелгән. Һәм шулай берлектә “Ижад итеп, йәшәргә өйрәнәбеҙ” тигән проект – Баш­ҡортостан халыҡтарының милли ке­йемдәрендә автор ҡурсаҡтары эшләү идеяһы килеп тыуа ла инде. Был проект Рәсәй Мәға­риф министрлығында хуплау таба.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Күп тә үтмәй, Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың тарихын һәм мәҙәниәтен бергәләп өйрәнгән тәр­биәләнеүселәрҙән, производствоға өйрәтеү оҫталарынан, өҫтәмә белем биреү уҡытыусыларынан, ҡа­тын-ҡыҙҙар советы ағзаларынан торған ижади төркөм ойошторола. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡыҙҙар будуар һәм автор ҡурсаҡ­тарының оҫтаһы менән осраша, яңы материал – полимер балсыҡты өйрәнә, ҡурсаҡтар өсөн пропор­цияларҙы һайлап алыу ҡағиҙәләре һәм уларҙы эшләү технологияларын үҙләштерә. “Монист сыңы” оҫталыҡ дәресендә ҡыҙҙарҙы милли кейемдәге биҙәүестәрҙең тарихы һәм тәғәйенләнеше менән таныштыралар.

Ҡыҙҙар, “Дуҫлыҡ күпере” халыҡ-ара проектына ярашлы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағза­лары менән берлектә “Донъя ҡурсаҡ­тары” оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, унда милли ҡурсаҡтар яһау тәжрибәһен уртаҡлаша.

Тупланған тәжрибә ҡыҙҙарға милли ҡурсаҡтар коллекцияһы өҫтөндә эшләгәндә ифрат ярҙам иткән. Улар үҙ тормошона мәғәнә өҫтәй, үҙҙәре һәм башҡалар өсөн әһәмиәтен күтәрә, инаныуҙарын, үткән һәм киләсәк тормошҡа ҡараштарын үҙгәртә.

Берлектәге ижади эш һөҙөмтә­һендә 30-ҙан ашыу милләт ҡурсаҡ­тары, башҡорт халыҡ эпосы леген­далары һәм риүәйәттәре буйынса кейеҙҙән эшләнгән балалар һүрәт­тәре һәм костюмдары барлыҡ­ҡа килә. Бөтә эштәр ҙә күргәҙмәгә ҡуйылған, уларҙың маҡсаты – милли кейемдәге автор ҡурсаҡтары менән таныштырып, балаларҙа һәм йәштәрҙә илебеҙҙең мәҙәниә­тенә һәм тарихына, уның милли традицияларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Күргәҙмә асылған көндәрҙә унда Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты, бәлиғ булмағандарҙың ҡараусыһыҙ ҡа­лыуын һәм хоҡуҡ тәртибен боҙоу­ҙарын иҫкәртеү системаһы органдары һәм учреждениелары, Рәсәй Мәғариф министрлығы вәкил­дәре, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының белем биреү ойошмалары уҡытыусылары һәм Рәсәй Оборона министрлығының кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре лә булды.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, “Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы” рәйесе Екатерина Лахова сәнғәт саралары ярҙамында балаларҙың һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи, мәғәнә ҡиммәттәрен булдырыуҙың мөһимлеген, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаларының тәрбиә биреү системаһын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне. Улар – “Мәҙәниәт” һәм “Мәғариф” милли проекттары, РФ Мәғариф министрлығының һәм РФ Мәҙәниәт министрлығының “Уҡыусылар өсөн мәҙәниәт” ведомство-ара программаһы нигеҙендә Союз проекттарын һәм программаларын әүҙем үҫтереү.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, сенатор Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова Мәскәүҙә күргәҙмә тәҡдим итеү мөмкинлеге биргән өсөн Ҡатын-ҡыҙҙар союзына рәхмәт белдерҙе.

“Күргәҙмәнең исеме – “Ижад итеп йәшәргә өйрәнәбеҙ!” – Ишембай белем биреү-тәрбиә учрежде­ниеһының девизы була ала. Тап шулай ижад итеп, таланттарҙы асып, йөрәктәрҙе йылытып, һәләттәрҙе үҫтереп, профессиональ оҫталыҡ булдырып, учреждение уҡытыусылары үҙ тәрбиә­ләнеүселәрен йәшәргә өйрәтә”, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.

Ойоштороусылар хөрмәтенә Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаевтың, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованың тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны.

Бөтә ҡунаҡтар ҙа Башҡортос­танда йәшәгән халыҡтарҙың тарихы, милли ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша алды. Экспозиция буйынса экскурсияларҙы тәрбиәләнеүселәр үҙҙәре, педагогтар алып барҙы. Күргәҙмәнең мәҙәни өлөшөндә иһә ҡыҙҙар Рәсәй халыҡтары бейеүҙә­рен башҡарҙы. Полимер балсыҡтан эшләнгән автор ҡурсаҡтары менән таныштырыу сараһы һәм туҡы­манан тегелгән ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.

Күргәҙмәлә ҡунаҡтар тәрбиәлә­неүселәрҙең ҡурсаҡ эшләү, Телмәр тотоу, ижади эштәре менән таныштырыу оҫталығын да билдәләне.

Күргәҙмә 20 октябргә тиклем дауам итә. Һуңынан ул Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһында һәм Федерация Советында ла тәҡдим ителәсәк.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас