Белем һәм тәрбиә
17 Октябрь 2022, 15:30

Балалар туҡланыуына иғтибар ҙур

Андрей Назаров мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты мониторингында ҡатнашырға ҡушты.

Балалар туҡланыуына иғтибар ҙурБалалар туҡланыуына иғтибар ҙур
Балалар туҡланыуына иғтибар ҙур

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры билдәләүенсә, мәктәптә туҡланыу сифаты - балаларҙың һаулығын, милләттең киләсәген һаҡлау нигеҙе. Уны ойоштороу буйынса системалы эш алып барыла. Ошо маҡсатҡа бүленгән бюджет средстволарын тулыһынса үҙләштереүҙе тәьмин итергә кәрәк.

"Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" Рәсәй конкурсының федераль этабы республикала ноябрҙә үтәсәк. Балалар туҡланыуын ойоштороуға бүленгән субсидия һәм субвенцияларҙы тотоноуҙы даими контролдә тоторға кәрәк.

Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров Мәғариф һәм фән министрлығына Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләренән ҡайтҡан уҡыусыларға бушлай туҡланыуҙы ойоштороу тәртибен раҫларға, 20 октябргә тиклем мәктәп сайттарына мониторинг үткәрергә һәм мотлаҡ "food" каталогын урынлаштырырға ҡушты.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына республикала "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" Рәсәй конкурсының федераль этабын үткәреүҙе ойошторорға ҡушылды. Муниципаль хакимиәттәргә аҙыҡ сифатын ҡаты контролдә тоторға әйтелде.

"Балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең фекере ойошторолған туҡланыу сифатына мөһим баһа булып тора. Яңы уҡыу йылы башынан бер айҙан ашыу ваҡыт үтте, тәүге баһаламалар ҙа бар. Уҙған уҡыу йылы мониторингы йомғаҡтарын анализлау туҡланыу сифатында ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләргә мөмкинлек бирә", - тине Андрей Назаров.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас