Белем һәм тәрбиә
17 Октябрь 2022, 09:30

"Башҡорт энциклопедияһы"нда - яңы етәксе

Учреждениеға 27 йылдан ашыу етәкселек иткән Уйылдан Сәйетов ғилми етәксе вазифаһына күсерелгән

"Башҡорт энциклопедияһы"нда - яңы етәксе"Башҡорт энциклопедияһы"нда - яңы етәксе
"Башҡорт энциклопедияһы"нда - яңы етәксе

«Башҡорт энциклопедияһы» директоры итеп социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатов тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Фәндәр академияһы президенты Камил Рамазанов ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә нәшриәттең матбуғат хеҙмәте.

Илгиз Солтанморатов 1982 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. «Социология» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәгендә кесе ғилми хеҙмәткәр булып башлай. Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары, директоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры булып эшләй. Украина, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Учреждениеға 27 йылдан ашыу етәкселек иткән «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең элекке директоры Уйылдан Сәйетов ғилми етәксе вазифаһына күсерелгән.

Яңы йәш етәксегә эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас