

Башҡортостанда “Йәш юрист мәктәбе” эшләй башланы. Рәсми старт республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа бирелде.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, өлкән курстағы студенттарҙы уҡытыу һәм уларҙың юридик эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә эш тәжрибәһе туплауы буйынса был проект Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ойошторола. “Проект юристҡа мотлаҡ тәжрибәгә эйә булыуға йүнәлтелгән. Юғиһә йыш ҡына студент теоретик материалға эйә булғанда был етмәй”, - тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина.
Проект программаһы өс этапҡа бүленгән. Уларҙың тәүгеһе – дәүләт органдарында һәм ҙур юридик ойошмаларҙа практика үтеү. Икенсеһе – семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре. Өсөнсөһө - квалификация имтихандары.
Фото: Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе.