

Иҫәнғол ауылының Фәйзулла Солтанов исемендәге 3-сө урта мәктәптә төрлө йүнәлештә саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, күптән түгел белем усағында халыҡ-ара Матурлыҡ көнөнә арналған “Рәхмәт” акцияһы уҙҙы. Ошо турала мәктәптең өлкән вожатыйы Гөлмизан Мырҙабаева һөйләй.
– 3-сө мәктәп Иҫәнғолда иң ҙурҙарҙан һанала, – тине Гөлмизан Әхмәтсафа ҡыҙы. – Үҙ сиратында, беҙҙә көн дә тигәндәй берәй сара үткәрелә. Маҡсатыбыҙ – уларҙа һәр баланы ҡатнаштырырға тырышыу. Әйткәндәй, Матурлыҡ көнө сиктәрендәге “Рәхмәт” акцияһын уҙғарыуҙы ҡыҙ һәм малайҙар үҙҙәре башлап ебәрҙе, тиеү ысынбарлыҡҡа тура килә.
Бында йәш айырмаһы юҡ. Унда уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә берҙәй ҡатнаша һәм асылда ул шулай булды. “Нимә әйтергә теләнем? Нимәгә өлгәштек?” тип һәр ваҡыт ниндәй ҙә кисәнән һуң уйланам, анализлайым. Был осраҡта беҙ һәр кешенең түккән көсөнөң, хеҙмәтенең мөһимлеген күрһәтергә ынтылдыҡ, әлбиттә, рәхмәтле була белеүҙе өҫкә сығарҙыҡ. Хәйер, беҙҙең мәктәп уҡыусылары, ғөмүмән, балалар рәхмәт һүҙен әйтергә тартынмай.
Илдар АҠЪЮЛОВ