Белем һәм тәрбиә
18 Октябрь 2022, 11:15

Балаларҙың һаулығы сифатлы туҡланыуға бәйле

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" конкурсының федераль этабы үтә.  

Балаларҙың һаулығы сифатлы туҡланыуға бәйлеБалаларҙың һаулығы сифатлы туҡланыуға бәйле
Балаларҙың һаулығы сифатлы туҡланыуға бәйле

Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары һәм ведомство етәкселәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе үтте. Унда мәктәп туҡланыуын ойоштороуға ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде.

Андрей Назаров билдәләүенсә, мәктәп туҡланыуы темаһы – мөһим һәм социаль әһәмиәтлеләрҙең береһе, сөнки ул - балаларҙың һаулығын һаҡлау, милләттең киләсәге менән бәйле мәсьәлә.

- Беҙ мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барабыҙ. Һөҙөмтәле саралар әҙерләнгән, был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен билдәләгән кәрәкле норматив акттар ҡабул ителгән. Былтырғы уҡыу йылы йомғаҡтарынан күренеүенсә, ыңғай динамика күҙәтелә – хоҡуҡ боҙоуҙар һаны кәмей. Мәҫәлән, сифатһыҙ продукцияны файҙаланыу осраҡтары 83 проценттан 17 процентҡа тиклем кәмегән. Ризыҡ әҙерләү технологияһын боҙоуҙар һаны ла 64 проценттан 36 процентҡа тиклем кәмегән. Рәсәй Мәғариф министрлығынан, “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабы беҙҙең республикала ноябрҙә үтәсәк, тигән раҫлау алдыҡ. Һис шикһеҙ, был сараны лайыҡлы кимәлдә ойошторорға тейешбеҙ, - тине Андрей Назаров.

Шулай уҡ Премьер-министр Федераль мониторинг үҙәге үткәргән туҡланыу сифаты мониторингында муниципаль берәмектәрҙең ҡатнашыуының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу сифатына төбәк мониторингы тураһында Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Азат Асҡаров һөйләне. Ағымдағы йылдың 10 октябренә ҡарата БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ҡарамағындағы «Социаль туҡланыу идаралығы» учреждениеһы мәғариф ойошмаларына – 552, шул иҫәптән граждандарҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә 109 тикшереү ойошторған.

- Яңы уҡыу йылы башланғандан алып беҙ 53 мәктәпкә барҙыҡ, граждандарҙың 35 мөрәжәғәтен ҡараныҡ, шуларҙың 23-ө - мәктәптә туҡланыу сифаты мәсьәләләре буйынса, 12-һе балалар баҡсаһында. Бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә урындарға барып тикшерҙеләр. Шулай уҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа ата-әсәләр менән осрашыуҙар үткәрҙек. Иҫкәрмәләр муниципаль район хакимиәттәре менән берлектә бөтөрөлә, - тип билдәләне Азат Асҡаров.

Артабан БР мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу буйынса йөкләмәләрҙең үтәлеше тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 13 октябренә муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларында башланғыс белем алыусы уҡыусыларҙың бушлай туҡланыуына средстволарҙы үҙләштереүҙең дөйөм күләме 64 процент тәшкил итә.

- 1 сентябрҙән Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килгән уҡыусылар бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителде. Бөгөнгә улар – 225 уҡыусы. Ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәгән уҡыусылар ғына түгел, унда йәшәмәгәндәр ҙә бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән, - тип һөйләне Илдар Мәүлетбирҙин.

Мәсьәләне тикшереү йомғаҡтары буйынса Премьер-министр түбәндәге күрһәтмәләрҙе бирҙе.

- Мәғариф һәм фән министрлығына 1 ноябргә тиклем Бөрө, Бөрйән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Федоровка һәм Стәрлебаш райондарына, шулай уҡ Сибай ҡалаһына Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәләренән күсеп килгән уҡыусыларға бушлай туҡланыу биреү тәртибен раҫлауҙы тәьмин итергә. 20 октябргә тиклем мәктәп сайттарына мониторинг уҙғарыу һәм Рәсәй Мәғариф министрлығы уҡыусыларының туҡланыуын мониторинглау федераль үҙәгенең техник талаптарына тап килтереү бурысы ҡуйылды. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына 30 ноябргә тиклем республикала Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡатнашлығындағы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабын үткәреүҙе ойошторорға кәрәк, - тине Премьер-министр.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас