Белем һәм тәрбиә
18 Октябрь 2022, 09:27

“Сәләмәт бала уҡый ҙа, йүгерә лә...”

Һаулыҡҡа иғтибарлы булығыҙ!

Белем усаҡтарында яңы уҡыу йылының тәүге сиреге шаулап-гөрләп уҙып бара. Быйыл мәктәп тупһаһы аша тәүгә атлап үткән беренселәр ҙә, оҙайлы каникулдан һуң тиҫтерҙәре менән һағынып осрашҡан өлкәнерәк класс уҡыусылары ла, үҙҙәрен уҡыу тәртибенә көйләп, етди ҙә, мауыҡтырғыс та белем донъяһына сумды. Әммә ата-әсәне, айырыуса улын йәки ҡыҙын беренсе класҡа оҙатыусыларҙы “Балам нисек уҡып китер?” тигән хафалы уй ҙа борсомай ҡалмай. Был йәһәттән табиптар нимә кәңәш итә? Ошо хаҡта Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының акушер-гинекология ярҙамы һәм балалыҡ буйынса урынбаҫары Э.Ф. ҒАТИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Эльвира Фәрит ҡыҙы, яңы уҡыу йылы менән бергә ата-әсәләргә мәшәҡәттәр ҙә, хатта нервы ҡуҙғыуы ла өҫтәлде. Балалар, айырыуса бәләкәстәр, мыжыҡҡа әйләнә...

– Эйе, йыл да ҡабатланған проблема ул. Күпселеге ата-әсәнең кескәйҙе мәктәпкә алдан әҙерләмәүе арҡаһында килеп сыға, сөнки тейешле тәртипкә өйрәнеү өсөн мәктәпкә ике-өс аҙна алдан әҙерләнә башларға кәрәк. Әммә күпселек ата-әсә, үҙҙәре лә ошо ваҡытта ялда булғанғамы, быны онота. Һөҙөмтәлә йоҡоһо туймаған балалар көслө тетрәнеү кисерә.

 

– Бала нисә сәғәт йоҡларға тейеш?

– Беренсе класс уҡыусыһы мотлаҡ туғыҙ - ун сәғәт йоҡларға тейеш. Кескәйгә былай ҙа бик ауыр: барыһы ла яңы, сит. Уларҙың организмы яңы инфекциялар менән дә “танышыуын” оноторға ярамай. Ошондай ваҡытта йоҡоһо туймаған, көсөргәнеш кисергән баланың еңел генә ауырып китеүе бар.

 

– Беренсе класс балаларына ҡарата ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

– Әйтеп үтеүемсә, йоҡо тәртибен теүәл күҙәтегеҙ. Беренсе көндәрҙән балаға баҫым яһап, уны ҡурҡытып уҡытмағыҙ. Бынан ул тағы нығыраҡ тетрәнеүе бар. Баланы һауа торошона ярашлы кейендерегеҙ. Эҫе икән – еңелсә, һалҡынса булһа, костюм йә кофта өҫтәгеҙ. Ашауына иғтибар бирегеҙ. Бала дөрөҫ туҡланырға тейеш. Бынан тыш, педиатрығыҙ менән кәңәшләшеп, балағыҙға витаминдар бирегеҙ. Табип, баланың һаулыҡ үҙенсәлегенә ҡарап, ҡайһы поливитаминдарға туҡтарға икәнен әйтер. Сабый туғыҙҙан ҡалмай йоҡларға ятырға тейеш. Сыныҡтырыуҙы ла онотмағыҙ: кескәй бала саф һауала йышыраҡ йөрөһөн.

– Әгәр бала йүткерә, әммә температураһы юҡ икән, уны мәктәпкә ебәрергә яраймы?

– Быны тик педиатр хәл итә. Бәлки, баланың аллергияһы барҙыр. Ул саҡта мәктәпкә йөрөргә ярай. Әгәр йоғошло инфекция эләктереп сирләй икән, өйҙә ултырып торорға тура киләсәк, шуға күрә балаларға киҙеүҙән прививка эшләтергә кәрәк. Быны ла һеҙгә педиатрығыҙ кәңәш итәсәк.

 

– Күп ата-әсә балаһының үтә теремек булыуына (гиперактивность) зарлана, шуға күрә дәрестәрҙә тик ултыра алмаҫ, тип борсола...

– Эйе, бындай күренеш йыш ҡына күҙәтелә, әммә тик кенә ултырған бала юҡтыр ул. Уны быға өйрәтергә кәрәк: һүрәт төшөрөргә, пластилин менән әүәләргә ултыртырға, шахмат-шашка түңәрәгенә яҙырға. Баланың иғтибарын йәлеп итерлек шөғөл табығыҙ. Әлбиттә, һәр кескәйҙең йүгергеһе килә. Кисә генә ул балалар баҡсаһында бер урындан икенсеһенә еңел генә күсеп йөрөнө, ә хәҙер ярамай. Ә ниңә ярамай? Бына шуны кескәйгә ипләп кенә аңлатырға һәм өйрәтергә кәрәк. Төрлө конструктор, пазл йыйыу кескәйҙе бер урында ултырырға ла өйрәтә, бармаҡтарының үҫешен дә тәьмин итә. Ә был матур яҙыу өсөн мөһим.

 

– Ата-әсәләргә тағы нимәгә иғтибар йүнәлтергә кәңәш итерһегеҙ?

– Балаларҙың умыртҡа һөйәге ҡыйшайыуына (сколиоз). Был бик мөһим проблема. Был ауырыу 5 йәштән башлана һәм ҙурайғансы (17-18 йәшкә тиклем) дауам итә, шуға күрә балаға өҫтәл, парта артында дөрөҫ ултырырға өйрәтергә кәрәк. Яҡшы сифатлы рюкзак һатып алығыҙ. Әгәр ул, бер яҡҡа ҡыйшайып, ауыр сумка тотоп йөрөй йәки рюкзагы тигеҙ тартмай икән, умыртҡа һөйәге ҡыйшая башлай.

 

– Был сирҙе иҫкәртеү өсөн нимә эшләргә?

– Сколиозды профилактикалаған бейеү, йөҙөү, һыбай йөрөү менән шөғөлләнеү – барыһы ла ғүмерлеккә баланың һынын дөрөҫ тоторға өйрәтә. Физик күнекмәләр һәр кемгә кәрәк, ә балаға – мотлаҡ.

 

– Мәктәпкә барғас та, ата-әсә балаһын төрлө секцияға яҙа башлай...

– Эйе, унан педиатрға килеп: “Балам ниңәлер ныҡ арый (ҡуҙғый, ярһый, илай, өндәшмәй һ.б.), уҡырға теләмәй, программаны аңламай”, – тип зарланалар. Ата-әсәнең балаһын иң-иңе итергә теләүен ниндәйҙер кимәлдә аңлайым, әммә күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: һеҙ төп эшегеҙҙән тыш, тағы ике-өс эш башҡараһығыҙ. Ә нығынып етмәгән кескәй бала, үҫмерҙәр өсөн дә был бик хәүефле! Уны бейергә ебәрәләр, унан йөҙөргә, йүгерергә, музыка мәктәбенә... Бала тәүҙә барыһына ла өлгөрөргә тырыша, әммә һуңынан организм шул тиклем арый, һаулыҡҡа бәйле төрлө проблемалар башлана. Шуға күрә баланы үҙегеҙ теләгән түгел, ә ул яратҡан йүнәлеш буйынса ебәрегеҙ. Берәүме, икәүме – кескәй кеше үҙе һайлаһын. Һәр саҡ уның эмоциональ хәлен күҙәтеп тороғоҙ. Әгәр балағыҙ ныҡ арый, мәктәптә артта ҡала башлай икән, тимәк, ҡайҙандыр артыҡ көсөргәнеш килә. Нимәнән икәнен билдәләргә һәм балаға ярҙам итергә кәрәк.

– Уртансы, юғары класс уҡыусыларының ата-әсәһенә ниндәй кәңәштәрегеҙ булыр?

– Үҫмерҙәр ҙә мотлаҡ 8-9 сәғәт йоҡларға тейеш. Телефон ҡосаҡлап йоҡлаған баланың иртәнсәк йоҡоһо туйыуы икеле. Шулай уҡ үҫмерҙәрҙең ҡолаҡсындар кейеп йоҡлауына юл ҡуймағыҙ. Был ишетеү һәләте өсөн дә, мейе өсөн дә бик зыянлы. Үҫмерҙәрҙең нисек туҡланыуына иғтибар итегеҙ. Улар ҡайнар аш, бутҡа, ит, йәшелсә, еләк-емеш ашарға тейеш. Юғиһә, үҫмерҙәр хәҙер тик пицца, роллы, чипсы һ.б. күсеп бөтөп бара. Бындай аҙыҡ үҫешкән организм өсөн бармай. Барыһын да тыйып булмай, әммә бала менән һөйләшеп,  уртаҡ фекергә килергә мөмкин. Үҫмерҙәрҙең компьютер янында йә телефон тотоп ултырған ваҡытын контролдә тотоғоҙ, сөнки баланың күреү һәләте насарая, төрлө нервы ҡуҙғыуы ла шунан килә.

 

– Үҫмерҙәргә ҡағылышлы ниндәй проблеманы билдәләрһегеҙ?

– Балаларҙың вейптар (электрон тәмәке) ҡулланыуы айырыуса зыянлы. Үҫмерҙәр араһында ошондай мауығыуы булған малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бик күп. Уның тәмле еҫ сығарғанына алданмағыҙ, сөнки составындағы никотин, ҡәҙимге тәмәкегә ҡарағанда, әллә күпмегә юғарыраҡ икәнен белгестәр ҙә әйтә. Ә үҫмерҙәр, ҡыҙыҡ күреп, уны бер туҡтауһыҙ ҡуллана. Уйлап ҡарағыҙ инде, бала көнөнә нисәмә ҡап тәмәке тартып бөтөрә. Илебеҙҙә балаларҙың вейптан ағыуланған осраҡтары булып тора. Тик проблема, үкенескә ҡаршы, һаҡлана әле, шуға күрә ата-әсәләргә иғтибарлы булырға, балалары менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, аңлатырға кәрәк.

Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, һаулыҡ­тарына иғтибарлы булығыҙ, сөнки сәләмәт бала уҡый ҙа ала, уңыштары менән дә һөйөндөрә. Уҡыу йылы бәлә-ҡазаһыҙ, уңышлы үтһен.


Гүзәл СӘЛИХОВА

Читайте нас