Белем һәм тәрбиә
19 Октябрь 2022, 12:25

Уҡытыусылар тураһында китап әҙерләнә

Башҡортостан уҡытыусылары Класс етәкселәре форумында ҡатнашыусыларҙың автобиографиялар китабына инә ала.

Уҡытыусылар тураһында китап әҙерләнәУҡытыусылар тураһында китап әҙерләнә
Уҡытыусылар тураһында китап әҙерләнә

Класс етәкселәре форумында ҡатнашҡан Башҡортостан уҡытыусылары “Класс етәкселәре форумы уҡытыусыларының автобиографик китабы” проектына инә ала.

Китап сығарыу идеяһын Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы берләшмәһе ҡатнашыусыһы, «Класс темаһы» телешоуы ярымфиналсыһы Елена Вострикова тәҡдим иткән. Һәр ҡатнашыусыға асырға кәрәк төп һорау - «Нисек һәм ни өсөн һеҙ уҡытыусы булдығыҙ?» Китап ҙур булмаған автобиографиялар рәүешендә төҙөлә һәм 70-се йылдарҙан хәҙерге көнгә тиклем «Төрлө ун йыллыҡ уҡытыусылары» блоктарына бүленәсәк.

Нефтекама ҡалаһындағы инвалид балаларға дистанцияла белем биреү республика үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зимфира Йосопова был проектта  ҡатнашырға ниәтләй.

- Мин мотлаҡ автобиографиямды яҙасаҡмын һәм проектта коллегаларымдың да ҡатнашыуын теләйем. Китапты бергәләп Башҡортостан уҡытыусылары биттәре менән тулыландырырбыҙ - беҙҙең һөнәр һәр ваҡыт мөһим булып ҡала. Йәнә был - илдең иң яҡшы уҡытыусылары менән бергә педагогика тарихына үҙеңде яҙыу мөмкинлеге лә, - ти Зимфира Йосопова.

Китап 2023 йылда баҫыласаҡ һәм Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендәге эш этаптарының береһенә әүереләсәк.

Материалдарҙы ағымдағы йылдың декабрь аҙағына тиклем evostrikova69@mail.ru почтаһына ебәрергә кәрәк.

Фото: Ирекле сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас