

“Намыҫлы, дисциплиналы, Ватаныма һәм халҡыма тоғро булырға, мәктәп ҡанундарын, Уставын күҙәтергә, аңлы рәүештә бөтә предметтарҙы өйрәнергә, мәктәптең йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға, һәр ерҙә өлгө булырға ант итәм!” – тигән мәктәп уҡыусыларының һүҙҙәре тантаналы ла, тулҡынландырғыс та яңғыраны.
Раевкалағы 2-се мәктәптең VII класс уҡыусыларын кадетҡа ҡабул итеү тантанаһы үткәрелде. “Хәрби туғанлыҡ“ ветерандары Булат Төхвәтуллин, Сергей Нагаец, Әлшәй районының “Диңгеҙ йыйылышы” рәйесе Виталий Антоненко, запастағы подполковник Владимир Чибисов һәм ата-әсәләр балаларҙы ҡотлап, уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Мәктәптең 27 уҡыусыһы тормошонда өр-яңы мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы бит асылыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Фото: Әлшәй районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге сайты.