

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, район мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем алған Хәйбулла студенттары менән осрашты. Белем усағында райондан 45 студент белем ала.
«Был вуз тәрән йолаларға һәм бай тарихҡа эйә. Уны тамамлаусы булараҡ, бында студенттар өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған, тип ышаныслы әйтә алам. Шуға күрә бында белем алған 45 инициативалы егет һәм ҡыҙ районға ҡайтыр, тип ышанам. Ә беҙ уларҙы көтөрбеҙ һәм тейешле шарттар булдырыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ», - тип яҙған үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә Рөстәм Динислам улы.
Фото: Рөстәм Шәриповтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.