Белем һәм тәрбиә
24 Октябрь 2022, 11:00

Радий Хәбиров: "Андрей Назаровҡа ла бирер инем"

"Мин, дөрөҫөн әйткәндә, был исемлеккә Андрей Геннадьевичты ла индерер инем, сөнки госпиталдәр булдырыу идеяһы, уларҙы төҙөү һәм тәжрибәне таратыу – уның ҡаҙанышы, әммә ул баш тартты"

Радий Хәбиров: "Андрей Назаровҡа ла бирер инем"Радий Хәбиров: "Андрей Назаровҡа ла бирер инем"
Радий Хәбиров: "Андрей Назаровҡа ла бирер инем"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә 2020 һәм 2021 йылдар өсөн фән һәм техника өлкәһендәге республика премияһы лауреаттарын иғлан итте.

“Яңы быуын авиация двигателенең корпус төйөнөндә роботлаштырылған иретеп йәбештереү технологияһын әҙерләү – 14 тонна ауырлыҡтағы перспективалы двигатель” ғилми-тикшеренеү эше өсөн техник фәндәр өлкәһендәге премияны Өфө авиация университетының ғалимдар коллективы алды: Оксана Владимировна Муругова һәм Виталий Рөстәм улы Ғәлимов.

Тәбиғи фәндәр өлкәһендәге премия “Ерҙәрҙең уңдырышлылығын тергеҙергә һәм Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек биргән һанлы технологиялар эшкәртеү һәм индереү” ғилми-тикшеренеү эштәре циклы өсөн Башҡорт дәүләт аграр университетының авторҙар коллективы – Илнур Ринат улы Мифтахов менән Элина Илгиз ҡыҙы Шәфиеваға тапшырылды.

Гуманитар фәндәр өлкәһендәге премия М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аспиранты Эльза Анатольевна Минкоға “Аортокоронар шунтлауҙан һуң пациенттарҙы комплекслы реабилитациялауҙа БОС-технологиялар” ғилми-тикшеренеү эше өсөн тапшырылды.

– Мин барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Беҙ премияларҙы тантаналы шарттарҙа 3 ноябрҙә Өфөлә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын асыу тантанаһы барышында тапшырырға хәл иттек, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ был исемлеккә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровты ла индерергә теләр инем тине. Уның башланғысы менән төбәктә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дүрт ковид-госпиталь төҙөлгән.

– Мин, дөрөҫөн әйткәндә, был исемлеккә Андрей Геннадьевичты ла индерер инем, сөнки госпиталдәр булдырыу идеяһы, уларҙы төҙөү һәм тәжрибәне таратыу – ул уның ҡаҙанышы, әммә ул баш тартты. Әле беҙҙең бөтә ковид-ауырыуҙарыбыҙ ҙа ошо дүрт урында дауалана, бер нимәне лә ябырға-асырға кәрәкмәй. Ысынлап та, тәжрибә таралды, – тине республика етәксеһе.

Фото: bfmufa.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас