

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә мәктәптә туҡланыуға бәйле яҙма менән уртаҡлашты.
“Бына ошондай үҙенсәлекле скульптур композиция барлыҡҡа килде Өфө ҡалаһының Ғафури урамындағы 35-се Белем биреү үҙәгендә. Был – Рәсәйҙә мәктәп ашнаҡсыһына ҡуйылған тәүге һәйкәл.
Һәйкәл металдан эшләнгән, бейеклеге – постаменты менән бергә яҡынса өс метр. Авторы – Мәскәү скульпторы Андрей Асерьянц. Бик йылы, мәғәнәле ижад емеше килеп сыҡҡан. Һис тә арттырыу түгел: балаларыбыҙҙың сәләмәтлеге мәктәп һәм балалар баҡсаһындағы ашнаҡсыларға бәйле. Беҙ уларға бик ҙур рәхмәтлебеҙ.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда балалар туҡланыуын яңы кимәлгә сығарыу өсөн бик күп эш башҡарҙыҡ. Һәм беҙҙең идара итеү командаһы, тәү сиратта Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән Мәғариф һәм фән министрлығы, был эште атҡарып сыға алды. Мин эш башлаған мәлдә социаль селтәрҙәрҙә ата-әсәләр мәктәптә бирелгән ризыҡтарҙың һыуыҡ, тәмһеҙ, боҙолған булыуына ризаһыҙлыҡ белдерһә, хәҙер ундай күренеш юҡ.
Мәктәп уҡыусыларының 96,2 проценты йылы аш менән тәьмин ителгән – был бик яҡшы күрһәткес. Уларҙың 56 проценты ташламаға эйә булғандар – башланғыс класс уҡыусылары, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән һәм инвалид балалар, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, ДХР, ЛХР, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килгән уҡыусылар.
Беҙ Президент Владимир Путинға федераль бюджет иҫәбенә 1-4-се класс уҡыусыларын бушлай ашатыу мөмкинлеге биреүе, шулай уҡ мәктәптә белем биреү системаһын үҙгәртеп ҡороу программаһы өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ – һуңғыһына ярашлы быйыл республиканың 59 мәктәбендә аш-һыу әҙерләү блоктарын, ашханаларҙы ремонтланыҡ.
Ата-әсәләр тарафынан мәктәптә туҡланыу сифатын контролдә тотоуға ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағында эшсе төркөм булдырылды, мәктәп сайттарында, электрон журналдарҙа меню һәм ризыҡтарҙың фотолары менән танышырға мөмкин, даими рәүештә асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла.
Балалар туҡланыуын ойошторған операторҙарға ярҙам күрһәтәбеҙ: бушлай ҡулланыу шарты менән ҡорамалдар бирәбеҙ, улар матди-техник хәлен нығытһын өсөн ҡуртым хаҡынан, коммуналь түләүҙәрҙән азат итәбеҙ.
Туҡланыу йәһәтенән үҙенсәлеге булған балалар хаҡында айырым хәстәрлек күрелә: диабет, целиакия, фенилкетонурия, аллергия кеүек сире булғандарға махсус меню эшләнгән. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – урындағы етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итеү, беҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең, Башҡортостандың, ризыҡтары менән туҡландырырға тырышабыҙ.
Республикабыҙҙа балалар туҡланыуын федераль эксперттар тотош илдә иң яҡшылар рәтендә баһалай. Мәктәп туҡланыуын ойоштороу буйынса ҡеүәтле, системалы хеҙмәтебеҙҙе Стратегик башланғыстар агентлығы илдә иң һәйбәте тип билдәләне, ә инде Бөтә Рәсәй мәктәп туҡланыуын үҙгәртеп ҡороу буйынса иң яҡшы тәжрибәләр конкурсында Башҡортостан икенсе урынды яуланы.
Балалар туҡланыуы – беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Артабан да камиллашыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, - ти яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov