Белем һәм тәрбиә
25 Октябрь 2022, 16:20

Аҡсаны һаҡсыл тотонам, тиһәгеҙ...

Был хаҡта белеү фарыз.

vk.com/karmadmvk.com/karmadm
Фото:vk.com/karmadm

Йәшәй белһәң, аҙ ҙа етер, дөрөҫ көн итә белмәһәң, күп тә тиҙ бөтөр. Оло йәштәгеләр әйтмешләй, аҡсаның бәрәкәтле булыуы мөһим, ул файҙаға тотонолһон, янсыҡта ла күберәк ҡалһын. Шуға был йәһәттән финанс грамоталылығына эйә булыу ҡамасауламаҫ.

 

Бала саҡтан өйрәтәләр

 

Балаларға ла бәләкәй сағынан уҡ аҡ­саны һаҡсыл тотона белеү серҙәрен өйрәтеү яҡшы. Шуға 2022 йылдың 1 сен­тябренән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә финанс грамоталылығын уҡытыу – мотлаҡ талап. Был яңы дәрес тотош ил мәктәптәрендә индерелде. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын яңыртыу – Рәсәйҙең Мәғариф һәм Финанс министрлыҡтары, шулай уҡ Рәсәй Банкының берлектәге эш һөҙөмтәһе.

Финанс грамоталылығын мәктәп уҡыусылары беренсе кластан уҡ өйрәнә башлаясаҡ һәм туғыҙынсы класҡа хәтлем уҡыясаҡ. Был осраҡта бер үк предмет күҙ уңында тотолмай. Финанс грамоталылығы элементтары башҡа предметтарға ла ҡушыла. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа төп төшөнсәләрҙе математика дәресендә үтәләр, V – IX кластарҙа йәмғиәтте өйрәнеү, география, информатика дәрестәрендә ошондай элементтар тураһында һөйләйҙәр. Был предметтар буйынса сәғәттәр һаны артмай.

Рәсәйҙә финанс белемен төп мәктәп дәрестәренә индерергә мөмкинлек биргән 70-тән ашыу сценарий әҙер­ләнгән. Улар Рәсәй Мәғариф министр­лы­ғының “Мәктәбем” платформаһында баҫыла, ул – уҡытыусыларға методик ярҙам.

Башҡортостандың күп кенә мәктәп­тәрендә финанс грамоталылығына элек тә ниндәйҙер дәрәжәлә уҡыттылар: нигеҙҙә, уны йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих дәрестәрендә йәки өҫтәмә дәрес булараҡ өйрәнделәр. Өҫтәүенә 2014 йылдан алып республикала финанс грамоталылығы мотлаҡ предмет булған 24 мәктәпте берләштергән инновациялар проекты эшләп килә.

– Финанс грамоталылығы финанс һәм шәхси һаҡламға йыйылған аҡса өлкәһендә белем кимәлен билдәләй. Ул иһә иҡтисади хәлде баһаларға һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүгә ярҙамлаша, йәғни килем һәм сығым иҫәбен алып барырға, артыҡ бурыстан ҡасырға, һаҡлыҡ аҡсаһы булдырырға, шәхси ҡаҙнаны планлаштырырға, финанс сараларын аңларға, тупланма һәм страховка сараларын ҡулланырға, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова. – Күп осраҡта илдең иҡтисади үҫеше лә халыҡтың финанс грамоталылығы кимәленә бәйле.

 

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!

 

14 сентябрҙән финанс грамота­лылығы буйынса онлайн-дәрестәрҙең көҙгө сессияһы бара. Рәсәй Банкының был проекты илдең төрлө төбәктә­рендәге уҡыусыларға, колледж студенттарына финанс белеме алыу, финанс баҙары профессионалдары менән аралашыу мөмкинлеген бирә.

Көҙгө сессия Рәсәйҙең Финанс министрлығы менән берлектә 2022 йылдың 16 декабренә тиклем үткәрелә. Эксперттар шәхси финансты планлаштырыу, инвестициялау, страховкалау, түләү карталарын файҙаланыу, финанс баҙарындағы хәүефһеҙлек, финанс хеҙмәттәренән файҙаланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм тағы күп әһәмиәтле мәғлүмәттәр тураһында һөйләй.

Шулай уҡ быйыл сентябрь-октябрҙә Рәсәй Банкы һәм Рәсәйҙең Финанс министрлығы III – X класс уҡыусылары өсөн финанс грамоталылығы буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәрен үткәрә. Әйткәндәй, былтыр финанс грамота­лылығы буйынса онлайн-дәрестәргә республикалағы барлыҡ балалар йорттары һәм социаль приюттар, мәктәп­тәрҙең өстән бер өлөшө, колледждарҙың яртыһы ҡушылғайны.

Белгестәр – мәктәптәрҙә

 

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең финанс идаралығы уҡыусыларға финанс грамоталылығы буйынса дәрестәр үткәрҙе.

Әйткәндәй, быйыл Рәсәй Финанс министрлығына нигеҙ һалыныуҙың 220 йыллығы билдәләнә. Ошо йәһәттән республика мәктәптәрендә финанс гра­моталылығы буйынса асыҡ дәрестәр ойошторола. Уларҙың төп маҡсаты – ҡыҙҙарҙа һәм малайҙарҙа финанс-бюджет өлкәһенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Уртансы кластарҙа уҡ илдең бюджет һәм һалым системаһының нисек эшләүе хаҡында хәбәрҙар булалар. Ҡырмыҫ­ҡалы районы хакимиәтенең финанс идаралығы вәкилдәре Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 2-се һәм Прибельский ҡасабаһындағы мәктәп­тәрҙә үткәрелгән асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашты. VII, X класс уҡыусылары белгестәр менән берлектә дәүләт һәм ғаилә бюджеттарының формалашыуы, бюджет системаһының эшләүе, финанс планлаштырыу, үҙ план­дарыңды тормошҡа ашырыу өсөн аҡса туплау кәрәклеге тураһында хәбәрҙар булды.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас