Белем һәм тәрбиә
25 Октябрь 2022, 16:07

Шайморатовсылар, алға!

Герой исеменә тап төшөрмәгеҙ.

Эльдар Фәттәхов фотоларыЭльдар Фәттәхов фотолары
Фото:Эльдар Фәттәхов фотолары

Легендар батырыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡтары хаҡында ишетеп, уҡып беләбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: уның хәрби эшмәкәрлеге өйрәнелә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси тырышлығы менән республикала исеме мәңгеләштерелә. Төбәк мәктәптәрендәге Шайморатов кластары ла – быға сағыу миҫал. Ошондай кластарҙың береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бар.

Стәрлетамаҡта беренсе Шайморатов класы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла эшләй. Иң-иңдәр һайлап алынған класта алтынсылар белем ала. Әйткәндәй, уҡыу йылы башында республикала тағы ошондай 77 класс асылды.

Уҡыу йылы башынан, Шайморатов класы менән танышырға тип, абруйлы ҡунаҡтар килә. Күптән түгел, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов та уҡыусылар менән осрашты.

Рөстәм Фәрит улы:

– Иңегеҙгә ошондай матур ҙа, яуап­лы ла бурыс йөкмәтелгән: һеҙ – шайморатовсылар, Шайморатов класы һыр бирергә тейеш түгел! Алға! – тип дәртләндерҙе уҡыусыларҙы. Рөстәм Ғәзизов был осрашыуға буш ҡул менән килмәгәйне. Ул гимназияға 300 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы.

Үҙе лә ғүмерен тәртип һаҡлауға арнаған, полиция формаһын кейгән, хәрби рухлы Динар Заһит улы уҡыусылар менән һоҡланыуын йәшер­мәне.

– Һеҙ башҡаларға өлгө булыр­һығыҙ, тип ышанам, уҡыуҙа ла, спортта ла, йәмәғәт эштәрендә лә тырышл­ыҡ күрһәтегеҙ! – тип мөрәжәғәт итте ул.

...Бына бер сафҡа берҙәй тигеҙ, баштарын ғорур күтәреп теҙелеп баҫҡан шайморатовсылар. Зәп-зәңгәр, бер иш тегелгән костюм кейгән улар. Тик был ғына башҡаларҙан айырмай бит әле уларҙы. Нимәһе менән айырылып тора һуң батырҙың исемен йөрөткән класс?

Гимназия директоры Айгөл Ша­һисолтанова белдереүенсә, был класҡа яҙын V класты тамамлаған уҡыусылар араһынан уҡыуҙа, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙа, сәләмәт тормош алып барыуҙа, ғөмүмән, бөтә яҡлап та өлгөлө балалар һайлап, һынау үтеп алынған.

Улар информатика-математика йүнәлешендә белем аласаҡ. Уҡыу йылы башынан уҡ программалау һәм робот яһау, спорт, йәмғиәт менән бәйләнеш булдырыу түңәрәктәрендә шөғөлләнәләр. Әлбиттә, хәрби оҫталыҡҡа өйрәнеү ҙә күҙ уңында тотола. Улай ғына ла түгел, сәләмәт­лектәре ныҡлы, аҡылдары төплө уҡыусыларҙың рухтары ла көслө булырға тейеш – был егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡорт телен, Башҡортостан тарихын шулай уҡ тәрән өйрәнәсәк.

– Әлеге йүнәлештәрҙе өйрәнеү өсөн гимназияла һәйбәт нигеҙ бар, шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар етеш­мәгән осраҡта, эш башҡа белем усаҡ­тары менән килешеү нигеҙендә алып барыласаҡ, – тине Айгөл Басир ҡыҙы.

Осрашыуҙар сылбырын дауам итеп, ошо көндәрҙә Шайморатов класы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙҙәренән виртуаль сәйәхәткә сыҡты. Был сәйәхәтте тарих фәндәре кандидаты Марат Тикәев ойошторҙо. Уҡыусылар видеоматериал, виртуаль ысынбарлыҡ ярҙамында дивизияның хәрби юлынан үтте, яу уҙған ерҙәрҙә булды.

Ә ошо көндәрҙә гимназия уҡыу­сылары Шишмә районындағы "Патриот" паркында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка көстәрен һынап ҡайтты һәм 11 октябрҙә батырға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашты.

...Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназиянан бихисап сәхнә йондоҙҙары, алдынғы уҡытыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, етәкселәр, ғалимдар сыҡҡан. Киләсәктә был данлыҡлы исемлек киңәйер, улар рәтенә хәрби исемдәр ҙә өҫтәлер, тигән өмөт бар. Һәр хәлдә, Шайморатов класы – быға ныҡлы нигеҙ. Алға, шайморатовсылар, Герой исеменә тап төшөрмәгеҙ!

 

Асҡар СОБХАНҒОЛОВ:
– Ҡаһарман яҡ­та­шыбыҙҙың исемен йөрөткән клас­та уҡыуыма шатмын. Спорт менән дә шөғөллә­нәм. Үҫкәс, табип булып, ҡала кешеләрен дауалаясаҡмын. Шайморатов менән ғорурланам!

Ира РОГОЖИНА:
– Башҡаларҙан айырылып торған класта уҡырға күп­тән хыяллана инем, сөнки бында беҙгә төрлө яҡлап белем бирәләр. Шайморатов Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәткән, командир булған.

Рәмил МАНСУРОВ 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас