

Бөгөн был юғары уҡыу йортонда "Педагогия юғары уҡыу йорттарында яңы офоҡтар" тип исемләнгән форум башланды. Өс көн дауам итәсәк сараны РФ Мәғариф министрлығы һәм Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте ойошторҙо.
Форумды асыу тантанаһында махсус ҡунаҡ - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, театр һәм кино актеры Дмитрий Дюжевтың ҡатнашыуы йәштәр өсөн айырыуса көтөп алынған ваҡиға булды. Билдәле актерҙың уңышҡа юл тураһындағы сығышы студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар актерҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, аҙаҡ бергәләп фотоға төшөргә теләүселәрҙән дә ҙур сират теҙелде.
Һуңынан бер нисә аудиторияға бүленеп, төрлө темалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Мәҫәлән, режиссер, сценарист, креатив продюсер Макс Антипов зыялы бәхәс сәнғәте тураһында һөйләне.
Ғөмүмән, был көндәрҙә форумда ҡатнашыусылар аудиторияның иғтибарын яулау, нигеҙле әңгәмә алып барыу йәһәтенән файҙалы мәғлүмәттәр алыр.
Әйтергә кәрәк, “Яңы офоҡтар” форумдары тотош ил буйынса педагогия юғары уҡыу йорттарының майҙансыҡтарында үтә. Төрлө өлкәләге эксперттар студенттар менән осрашып, уларға һөнәри яҡтан үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр, финанс грамоталығы, үткер фекерләү тураһында һөйләй. Йыл аҙағына тиклем 40 форум уҙғарыу ниәтләнә, уларҙа 60-тан ашыу эксперт сығыш яһаясаҡ.
Автор фотолары.