Белем һәм тәрбиә
26 Октябрь 2022, 12:30

Өфө педагогтары ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

Баш ҡала уҡытыусыларына өҫтәмә льготалар һәм социаль ярҙам саралары булдырыла. 

Өфө педагогтары ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?Өфө педагогтары ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?
Өфө педагогтары ниндәй ярҙамға өмөт итә ала?

Өфө ҡалаһы педагогтары өҫтәмә социаль ярҙам сараларына – шифахана-курорт дауаланыуына, хаҡлы ялға сыҡҡанда йәки ҡиммәтле дауаланыу талап ителгәндә матди ярҙамға иҫәп тота ала. Шулай уҡ йәш уҡытыусыларға өҫтәмә түләүҙәр һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған. Был башланғыстар 2022-2024 йылдарға иҫәпләнгән тармаҡ килешеүенә ярашлы мөмкин булды.

Документҡа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы республика ойошмаһы рәйесе  Рәил Ғәзизов һәм баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин ҡул ҡуйған.

- Бындай социаль яҡлау саралары күптән кәрәк ине. Хәстәрлек булғанда белем биреү ойошмаларында эш ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк буласаҡ. Килешеү белем биреү хеҙмәттәренең сифатын арттырыуға ла булышлыҡ итер, тип ышанам, - тине баш ҡала хакимиәте башлығы.

Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас