Белем һәм тәрбиә
27 Октябрь 2022, 11:00

Аҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләр

Оҫталыҡ дәрестәре һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуына тап килде.

Аҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләрАҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләр
Аҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләр

Бөгөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында "Педагогия юғары уҡыу йорттарында яңы офоҡтар" тип аталған форумдың икенсе көнө. РФ Мәғариф министрлығы һәм  Рәсәйҙең "Белем" йәмғиәте  ойошторған сараны йәштәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте.

Уҡыу йортондағы осрашыу “Росмолодежь. Бизнес” трегы етәксеһе Алексей Рвачевтың “Бәләкәй бизнестың ҙур мөмкинлектәре” темаһына лекцияһы менән башланып китте. Сығыш яһаусы нисек үҙ эшеңде асыу, эшҡыуарлыҡтағы проблемалар, дәүләт ярҙамы саралары һәм башҡа һорауҙар буйынса үҙ тәжрибәһенән сығып фәһемле кәңәштәр бирҙе. Залдан һорауҙар ҙа яуып торҙо. Уларҙың күптәре эшҡыуарлыҡҡа тотоноп китеүгә ҡағылды.

Артабан студенттар айырым аудиторияларға бүленде. Ундағы оҫталыҡ дәрестәрендә, лекцияларҙа йәштәр “Эске тотороҡлолоҡто нисек булдырыу”, “Хәҙерге донъяла финанс менән нисек һөҙөмтәле идара итеү” һәм башҡа ҡыҙыҡлы темалар буйынса үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәттәр алды.

Иртәгәһе көнгә лә бай программа әҙерләнгән. “Яңы офоҡтар” форумдары илебеҙҙең  педагогия юғары уҡыу йорттарының майҙансыҡтарында үтә. Төрлө өлкәләге эксперттар студенттарға төрлө яҡлап үҫеш өсөн мөмкинлектәр аса.

Автор фотолары.

 

 

 

 

Аҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләр
Аҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләр
Аҡса һанай белергә, үҙ эшеңде асырға өйрәттеләр
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас