

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш барышында Межгорьела спорт инфраструктураһын үҫтереү тураһында һорау килде. Атап әйткәндә, ҡала халҡын бассейн һәм стадион төҙөлөшө ҡыҙыҡһындыра.
Межгорьела бассейн төҙөлөшө 2023 йылға адреслы инвестиция программаһына индерелгән, тине Радий Хәбиров. Аҡса бүленә, 2024 йылда бассейн асыласаҡ.
Стадион буйынса ла йөкләмә бар ине. Республика Башлығы был мәсьәләнең ентекле тикшереләсәген белдерҙе.
– Һеҙҙең ҡалағыҙ ҡыҙыҡлы, матур урында урынлашҡан, стадион унда кәрәк. Был мәсьәләне урынынан ҡуҙғатасаҡмын. Мин үҙем ҡабалан кеше, әммә күп йылдар эсендә йыйылған проблемаларҙы бер-ике йылда ғына хәл итеп булмауын аңларға тейешбеҙ. Күмертауҙа стадион эшләйбеҙ, Нефтекамала стадиондың бер өлөшөн төҙөнөк, икенсеһенә әлегә аҡса юҡ. Бәләбәйҙәге һәм башҡа ҡалаларҙағы стадион буйынса мәсьәлә хәл ителә. Әкренләп бөтә ергә барып етербеҙ, бер аҙ сабырлыҡ күрһәтеү кәрәк. Планда бөтә нәмә бар, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы белдереүенсә, Бишбүләктә сыуаш телен өйрәнгән полилингваль гимназия төҙөләсәк. Бынан алда район халҡының һорауы буйынса мәҙәниәт йорто һәм уның эргәһендәге Сәҙәкбаш ауылында балалар майҙансығы төҙөкләндерелде. Мәҙәниәт йортонда яңы сәхнә, тамашасылар залы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн уңайлыҡтар булды. Эштәрҙең үтәлешен республика Башлығы шәхсән үҙе тикшерҙе.
– Был – үҙ мәҙәниәтен һаҡлай белгән бик эшһөйәр, яҡты кешеләр йәшәгән сыуаш ауылы, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ошо сәфәр йомғаҡтары буйынса Бишбүләк районында полилингваль гимназия төҙөргә ҡарар иттек. Хәҙер мин был ҡарарҙы ныҡлы раҫлайым. Төрлө сәбәптәр буйынса ҡарарҙарыбыҙҙы үтәү срогының уңға күсеүе ихтимал, ләкин үҙ өҫтөбөҙгә алған йөкләмәләрҙән баш тартмайбыҙ.
Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетының берләшеү процедураһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, тип белдерҙе республика Башлығы.
– 14 йыл эшләгән Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты етәкселеге миңә ошо ҡарар өсөн үпкәләп бөттө, ләкин эш менән уның дөрөҫ булыуын раҫлайым, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ юғары уҡыу йорттарын бөтөрөү түгел, ә көсәйтеү өсөн берләштерҙек. Республика тарихында тәүге тапҡыр 200 миллион һум йәш уҡытыусыларҙың стажировкаһына һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелде. Рәсәй юғары уҡыу йорттары картаһында ҙур уйынсы табып, берләштерелгән университетты финанслауҙы көсәйтәбеҙ. Юғары уҡыу йорттарын берләштермәйенсә, майҙаны 156 мең квадрат метрлыҡ студент кампусы төҙөлөшөн финанслауға сығыу мөмкин булмаҫ ине, – тине ул. – Күсеү осоро ике-өс йыл дауам итә һәм уның ябай булмауы ихтимал. Әммә мин, бер кемде лә ҡыҫҡартмаҫбыҙ тип уйлайым, ләкин эшлекһеҙҙәрҙе лә тоторға йыйынмайбыҙ. Ә һуңынан студенттар барыһын да аңлап, бындай класлы юғары уҡыу йортонда белем алыуҙары менән ғорурланасаҡ.
Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы мәктәбендә беренсе класс уҡыусылары физкультура дәресен коридорҙа үткәрергә мәжбүр. Тура бәйләнеш ваҡытында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, спорт залы төҙөләсәк, тип хәбәр итте. Радий Хәбировҡа 10-сы класс уҡыусыһы Вилена Ҡунафина мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, мәктәпкә 50 йыл, 350 урынға иҫәпләнгән булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн унда 700-ҙән ашыу бала белем ала.
– Физкультура дәресе спорт залында бер үк ваҡытта ике класс өсөн уҙғарыла, ә беренсе класс уҡыусылары коридорҙа шөғөлләнергә мәжбүр, – тип зарланды уҡыусы һәм Башҡортостан Башлығына яңы спорт залын төҙөүҙә ярҙам итеүен һораны.
Радий Хәбиров республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндан ауыл мәктәбендә килеп тыуған хәлгә аңлатма биреүҙе һораны. Министр был хәлдең дөрөҫлөгөн билдәләне.
– Беҙ был мәктәпкә барып ҡайттыҡ. Унда яңы спорт залы төҙөргә кәрәк. Шуға күрә мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау президент программаһына был белем биреү учреждениеһы инмәй. Әммә юлын таптыҡ һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы нигеҙендә берлектә финанслау алырға булдыҡ. Беҙгә 76 миллион һум самаһы талап ителәсәк. Мәктәпте иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, – тине министр.
Радий Хәбиров мәсьәләне контролдә тоторға ҡушты.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ иҫке мәктәптәрҙе реконструкциялау федераль программаһына ярашлы республикала 2026 йыл аҙағына тиклем 365 мәктәп төҙөкләндереләсәген билдәләне.
Фото: ufa.rbc.ru