

Бөгөн Уральск ҡалаһында Жангир хан исемендәге Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университеты базаһында Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкиллеген асыу тантанаһы уҙҙы.
Сара ҡатнаш, йәғни офлайн һәм онлайн тәртиптә уҙҙы. Рәсәй Федерацияһы яғынан сарала ӨДНТУ ректоры Олег Александрович Баулин, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова (видеомөрәжәғәт), Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Васильевич Забелин, Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин, ӨДНТУ-ның халыҡ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү буйынса проректоры Наил Таһир улы Чанышев ҡатнашты. Ҡаҙағстан Республикаһы яғынан сарала ҡатнашыусылар: Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Нәжмәҙән улы Искәлиев, Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университеты ректоры Асҡар Мөхәмәт улы Наметов, Ҡаҙағстан Республикаһының фән һәм юғары белем биреү буйынса вице-министры Ҡыуаныс Аҫылхан улы Ерғәлиев.
Жангир хан исемендәге Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университеты – Ҡаҙағстандың иң ҙур университеттарының береһе һәм төбәктәге берҙән-бер дәүләт күп профилле ғилми-белем биреү үҙәге. Университет сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары, шул иҫәптән Өфө дәүләт нефть техник университеты менән дә ике тиҫтәнән ашыу килешеү төҙөгән. Юғары уҡыу йорто структураһында 6 факультет, 36 йүнәлеш буйынса 25 кафедра, аспирантура, магистратура һ.б. эшләй. Университеттың профессор-уҡытыусылар составында 500-гә яҡын кеше, шул иҫәптән 6 академик һәм ағза-корреспондент, 26 фән докторы һәм 140-тан ашыу фән кандидаты иҫәпләнә.
Өфө дәүләт нефть техник университеты – Рәсәйҙең алдынғы техник юғары уҡыу йорттарының береһе. Ул Рәсәйҙең төбәк терәк юғары уҡыу йорто статусына эйә, «ГАЗПРОМ», «Сибур Холдинг» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең терәк вузы, «Роснефть» нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең стратегик партнеры булып тора. 2020 йылда университет конкурста еңде һәм «Газпром нефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Юғары уҡыу йорттары лигаһы» ағзаһы булды. Университетта Рәсәй Федерацияһының 70 субъекты вәкилдәре, 52-гә яҡын һәм алыҫ сит дәүләт граждандары белем ала. Әлеге ваҡытта Өфө нефть университетында 1400-ҙән ашыу сит ил студенты белем ала. Ҡаҙағстандың Өфө дәүләт нефть техник университетындағы студенттар ассоциацияһы иң ҙуры.
Жангир хан исемендәге Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының күп йыллыҡ дуҫлығы 2010 йылда хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң башланды.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова:
- Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса профилле комитеты рәйесе, шулай уҡ ошо мөһим ваҡиға өсөн Башҡортостандан сенатор булараҡ, Ҡаҙағстан Республикаһына рәхмәт әйткем килә. Беҙҙең мәғариф һәм фән өлкәһендәге дуҫлығыбыҙ һәм хеҙмәттәшлегебеҙ оҙайлы һәм ныҡлы. Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында донъяның 52 иленән 1500 сит ил студенты белем ала, шул уҡ ваҡытта Ҡаҙағстан студенттарының һаны 25 процент тәшкил итә!
Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы Ғәли Искәлиев:
- Һуңғы өс йылда Жангир хан университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Икеләтә диплом биреү менән 3 берлектәге белем биреү программаһы буйынса уҡытыу алып барыла. Академик мобиллек, тәжрибә уртаҡлашыу, стажировкалар, квалификацияны күтәреү аша үҙ-ара эш итеү дауам итә. Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университетында ӨДНТУ вәкиллегенең асылыуы ике университеттың ғына түгел, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй менән беҙҙең өлкәнең тышҡы бәйләнештәре нығыныуын күрһәтә.
“Рәсәй фәнен һәм мәғарифын киңәйтәбеҙ. Бөгөн беҙҙең Евразия ғилми белем биреү үҙәгенең нефть университеты – Өфө дәүләт нефть техник университетының вәкиллеген Уральск ҡалаһында, Жангир хан исемендәге Көнбайыш-Ҡаҙағстан аграр-техник университетында, астыҡ.
Ҡаҙағстандың һәм Башҡортостандың ғилми ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары күптәнге ныҡлы фәнни бәйләнештәргә эйә, әммә улар үҫеш өсөн яңы юлдар эҙләүҙән туҡтамай. Беҙҙең республиканың үҫешкән сәнәғәте бар, ул төбәктең ҡеүәтле фәнни-технологик потенциалына таяна.
Өфө нефть университетының Уральскиҙағы вәкиллеге фәнни-мәғариф өлкәһендәге бәйләнештәрҙе тағы ла нығытыр, тип ышанам.
Уртаҡ тырышлыҡтар менән беҙ хәҙерге хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләү даирәһен киңәйтәсәкбеҙ, яңы мәғариф программаларын һәм көнүҙәк фәнни тикшеренеүҙәрҙе башлаясаҡбыҙ.
Был ваҡиға, һис шикһеҙ, халыҡ-ара юғары уҡыу йорттары араһындағы хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыуҙың яҡшы өлгөһө буласаҡ. Киләсәктә лә ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ!”, - тип яҙҙы социль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/zabelinm