

Бынан 26 йыл элек, 1996 йылдың июлендә, Бәләбәй ҡалаһында Башҡорт мәктәбе асылыу ваҡиғаһына һағайып ҡараусылар ҙа була: төбәктә милли йүнәлештәге белем усағында уҡырға теләүселәр күп булырмы, башҡорт кластары тупланырмы? Был һорауҙарға иң дөрөҫ яуапты ваҡыт үҙе бирә: бөгөн Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты – ҡала һәм районда ғына түгел, тотош төбәктә танылған, 900-ҙән ашыу баланы аң-белемгә әйҙәгән абруйлы мәғариф ойошмаһы.
Алға, яңы үрҙәргә!
2001 йылда белем усағына гимназия статусы бирелә, 2005 йылдың авгусы аҙағында хәҙерге заман талаптарына яуап биргән бина төҙөлә һәм тейешенсә йыһазландырыла. Иркен тантаналар залы, ашхана, стоматология бүлмәһе, спорт һәм тренажер залдары – барыһы ла балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, уңайлы итеп эшләнгән. 2008 йылда 300 урынға иҫәпләнгән интернат бинаһы төҙөп тапшырылғас, эргә-тирәләге райондарҙан килгән уҡыусылар һаны тағы ла арта. Бөгөн бында Бәләбәй ҡалаһынан һәм ун райондан йыйылған балалар белем ала.
Гимназия-интернат директоры вазифаһы 2013 йылдан тәүәккәл, алдынғы ҡарашлы, һәр яңылыҡҡа ҡыйыу тотонған, оҫта ойоштороусы булып танылған Дилбәр Фәтхетдиноваға ышанып тапшырылған. Дилбәр Ғайса ҡыҙы уртаҡ маҡсатлы, татыу, эшһөйәр коллектив туплауға өлгәшкән. “Берҙәмлектә – көс” тигәндәй, нимәгә тотонһалар, шуны булдыралар, милли белем усағын тотош төбәктең алдынғы мәғариф учреждениеһы булараҡ танытҡандар.
– Гимназиябыҙ Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ошо уҡыу йорто менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, беҙҙә аграр класс булдырылды, шулай уҡ махсус агробүлмә йыһазландырылды. Университет ғалимдары гимназиябыҙҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, ә беҙҙең уҡыусылар юғары уҡыу йортона экскурсияға барып тора. Бөгөн ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләү – бик көнүҙәк мәсьәлә. Башлыса аграр төбәк һаналған райондарҙан йыйылған балаларға белем биргәнгә күрә, киләсәктә тап улар ерҙең ысын хужалары булырға тейешлеген аңлайбыҙ һәм ошо йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып барабыҙ, – тип билдәләне Дилбәр Ғайса ҡыҙы.
Агробүлмәнең эшмәкәрлегенә география уҡытыусыһы Илһөйәр Ғимазетдинова етәкселек итә.
– Балалар менән төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, мәктәп яны участкаһында эшләйбеҙ. Ике ҙур теплицабыҙ бар. Республика буйынса “Иң яҡшы уҡыу-тәжрибә биләмәһе” конкурсында өсөнсө урынды яуланыҡ. Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған “АгроНТИ” конкурсында онлайн тәртибендә ҡатнашып, биш эшебеҙ призлы урын менән билдәләнде, – тип уңыштарын уртаҡлашты Илһөйәр Камил ҡыҙы.
Гимназия-интернатта туғыҙ кафедра һәм ике методик берекмә уңышлы эшләй. Улар менән Ф.Р. Нурлығаянова, З.Х. Исламова, Г.М. Ҡорбанова, Л.С. Миназева, О.В. Алексеева, О.С. Тәлибуллина, И.К. Ғимазетдинова, Р.Г. Байғужин, Г.Р. Хәбибуллина, Н.Х. Ғабдуллина, Н.К. Сәхипгәрәева етәкселек итә. Астрономиянан З.Я. Талхинаның, математиканан Н.К. Сәхипгәрәеваның, биологиянан А.С. Лотфуллинаның, географиянан И.К. Ғимазетдинованың уҡыусылары олимпиадаларҙа еңеү яулаған. Химиянан З.Н. Ғилманова, инглиз теленән Ф.Ф. Зәйнуллина, рус теленән Р.А. Мөхәмәтйәнова, тарихтан Г.М. Ҡорбанова әҙерләгән уҡыусылар БДИ-ны юғары балға тапшырып, уҡыу йортоноң данын арттырған.
Ошоноң ише ҡаҙаныштары бихисап гимназия-интернат коллективының. Быйыл тәүге Шайморатовсылар класы асылған. 4 ноябрҙә – Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә улар тантаналы шарттарҙа ант бирәсәк.
Был берҙәмлекте улар “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә ойошторолған “Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында ла асыҡ күрһәтте. Республикабыҙҙың иң абруйлы гимназия һәм мәктәптәре етәкселәре ҡатнашҡан бәйгелә Дилбәр Ғайса ҡыҙы беренсе урынды яуланы. Гимназия-интернатта уҙған тантаналы линейкала уны лайыҡлы еңеүе менән ҡотлап, редакциябыҙ исеменән әҙерләнгән дипломды тапшырҙыҡ. Әйткәндәй, белем усағы коллективы йылдың-йылы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙа ла әүҙемлек, ойошҡанлыҡ күрһәтә, киләһе ярты йыллыҡта ла 35 кеше баҫмабыҙҙы алдырып уҡыясағын белдерҙе.
Туҡ бала – шәп бала
Беҙ Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатына барған көндә бында мәктәп ашханаһында туҡланыуға арналған Асыҡ ишектәр көнө үтте. Фойела беҙҙе милли аш-һыу күргәҙмәһе, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тупланған стендтар ҡаршы алды. Ошонда уҡ уҡыусыларҙың портфолиолары менән дә танышырға мөмкин булды. Әйткәндәй, гимназия-интернатта һәр уҡыусы үҙенең уҡыуҙағы, спорттағы, йәмәғәт тормошондағы ҡаҙаныштарын матур итеп туплап бара. Кемдең уңыштары тосораҡ булыуы әлеге ише күргәҙмәлә шунда уҡ күҙгә салына. Шулай уҡ һәр уҡыусы үҙенең нәҫел-нәсәбен барлап, шәжәрәһен төҙөгән. Был күргәҙмәләрҙе Асыҡ ишектәр көнөнә килгән атай-әсәйҙәр ҙә ихлас ҡараны.
Гимназия-интернат ашханаһын Ирина Горбачевскаяның шәхси предприятиеһы хеҙмәтләндерә. Эшҡыуар был өлкәлә ун йыл самаһы шөғөлләнә, уның ҡарамағында – Бәләбәй ҡалаһының алты мәктәбе һәм ун балалар баҡсаһы.
– Башҡорт гимназия-интернатында иң йәш, шул уҡ ваҡытта берҙәм һәм эшһөйәр ашнаҡсылар төркөмө эшләй. Туҡланыуҙы ойошторғанда бары тик үҙебеҙҙең республикала, хатта үҙ төбәгебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирәбеҙ. Мәҫәлән, балаларҙың өҫтәленән Бәләбәй сыры һәм майы өҙөлмәй, икмәкте лә урындағы эшҡыуар бешерә, – тип һөйләне Ирина Ивановна. Әйткәндәй, башҡорт гимназия-интернатының ашханаһы 154 мәктәп ҡатнашҡан республика конкурсында III урынға сыҡҡан.
Мәктәп туҡланыуына арнап ойошторолған Асыҡ ишектәр көнөнә килгән ата-әсәләр менюға индерелгән һәр ризыҡты тәмләп ҡарау, баһа биреү, балаларының туҡланыу шарттары менән танышыу, теләк-тәҡдимдәрен еткереү мөмкинлегенә эйә булды. Улар менән аралашыу форсаты ла тыуҙы.
– Улым Радмир VI класта уҡый. Туҡланыу сифатынан ул да, беҙ ҙә ныҡ ҡәнәғәтбеҙ. Уға барыһы ла оҡшай, айырыуса кәтлитте ныҡ маҡтай. Бында ошондай саралар йыш үткәрелә, был бик маҡтауға лайыҡ эш, сөнки ата-әсә балаһының нисек, нимә менән туҡланыуын тәмләп ҡарап, күреп баһалау мөмкинлегенә эйә, – ти Венера Дәүләтбаева.
Уның һүҙҙәрен Альбина Шукаева ла йөпләне.
– Ҡыҙыбыҙ Арина быйыл I класҡа килде. Гимназияла беҙгә барыһы ла оҡшай, туҡланыу йәһәтенән дә дәғүәбеҙ юҡ. Ҡыҙым, башланғыс класс уҡыусыһы булараҡ, иртәнсәк – бушлай, төшкә ҡарай һәм оҙайтылған көн төркөмөндә түләүле туҡлана. Ҡиммәт тип әйтмәҫ инем, атай-әсәй өсөн иң мөһиме – балаһының туҡ, һау-сәләмәт булыуы. Аринаға бигерәк тә бутҡалар оҡшай, “Әсәй, мәктәптәге кеүек бутҡа бешер әле”, – ти йыш ҡына. Шулай уҡ йогурт, кеҫәл, сыр кеүек ризыҡтарҙы тәмле тип маҡтай, – тине Альбина Фәрит ҡыҙы.
Әйтеп үтеүебеҙсә, гимназия-интернат балалар һаны буйынса райондағы һәм ҡалалағы иң ҙур мәғариф учреждениеларының береһе һанала, бындағы ашханала бер көндә һигеҙ тапҡыр өҫтәл әҙерләнә. Белем усағы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Фидәлиә Молчанова ла ашхананы хеҙмәтләндергән шәхси предприятие коллективының, айырыуса үҙҙәрендә эшләгән ашнаҡсыларҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
– Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәтен аңлатыу йәһәтенән маҡсатлы эштәр алып барабыҙ: балалар араһында һүрәттәр конкурсы, тематик класс сәғәттәре, “Милли аш-һыу” тип аталған акциялар, ата-әсәләр ҡатнашлығында ошоноң ише Асыҡ ишектәр көнө ойошторабыҙ, – тип тәжрибә уртаҡлашты Фидәлиә Фәрит ҡыҙы. Әйткәндәй, ул үҙе гимназияла милли ризыҡтар әҙерләүгә өйрәтеү буйынса түңәрәк алып бара.
Тәүге көндән тоғролоҡ һаҡлай
Башҡорт гимназия-интернаты үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған уҡытыусылары менән дә билдәлелек яулаған. Абруйлы, бай тәжрибәгә эйә математика уҡытыусыһы Зөлфиә Шәрипова белем усағында ул асылған көндән – 1996 йылдан алып хеҙмәт итә. Уның хеҙмәт стажы – 45 йыл.
Сығышы менән Дәүләкән районының Мәкәш ауылынан булған Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы тәүҙә Салауат педагогия училищеһын, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Тыуған ауылы мәктәбендә тиҫтә йыл самаһы эшләп, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған уҡытыусыны яҙмыш Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы менән бәйләй. Бәләбәй ҡалаһында башҡорт гимназияһы асылғас, бына инде 26 йыл һәр көн иртән маршрут автобусында йөрөп эшләй.
– Һис тә ауырлығын тоймайым. Эшемде яратып башҡарғанға күрә, ундай ғына мәшәҡәттәрен иҫәпкә лә алмайым. Уҡыусыларым илдең төрлө яҡтарына таралған, байрамдарҙа республика төбәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙан йылы сәләмдәр алып ҡыуанам. Мәкәш мәктәбендә һабаҡ биргән уҡыусым – хәҙер инде билдәле шағирә Лариса Абдуллина миңә шиғыр арнап ололаны. Математика уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған уҡыусыларым булыуы менән дә ғорурланам, – ти Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы.
Зөлфиә Шәрипова коллегалары – гимназияның математика, физика һәм информатика кафедраһына берләшкән мөғәллимдәр менән бер төптән булып, һәр йәһәттән кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып эшләүҙәрен дә билдәләне.
Рухи үҫешкә иғтибар көслө
Бөгөн илебеҙ етәкселеге йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә айырыуса баҫым яһай. Башҡортостан мәктәптәрендә, шул иҫәптән Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында ла был эш эҙмә-эҙлекле алып барыла. Белем усағының бай музейы айырыуса ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Ул мәктәп менән бергә – 1996 йылда ойошторолған.
“Аманат” тигән матур мәғәнәле исем йөрөткән музейҙа гимназияның тарихын сағылдырған бай стендтар, экспонаттар урын алған. Бында осрашыуҙар, асыҡ дәрестәр йыш үтә. Музейға география уҡытыусыһы Олеся Талибуллина етәкселек итә, ул шулай уҡ өлкән тәрбиәсе вазифаһын да башҡара. 2017 йылда Бәләбәй гимназия-интернаты музейы республиканың мәктәп музейҙары араһында иң яҡшыһы булып танылып, беренсе урынды яулаған.
Гимназияның уҡыу алдынғылары – VIII класс уҡыусыһы Максим Калиниченко менән X кластан Сулпан Иҙиәтуллина беҙҙе белем усағының үҫеш йылдарын сағылдырған стендтар, фотокүргәҙмәләр, экспонаттар менән яҡындан таныштырҙы.
Максим – Миәкә районынан, Сулпан – Бишбүләктән. Улар икеһе лә бында IV класҡа уҡырға килгән. “Бәләкәй генә килеш тыуған йорттан айырылыу, интернатта йәшәй башлау ауыр булманымы?” – тип һораныҡ уҡыусыларҙан.
– Атай-әсәйҙе, тыуған ауылымды һағынып, ҡыйын булып киткән саҡтарҙа ҡулыма гармун йә баян алам да төрлө көйҙәр өйрәнә торғайным. Әле лә баян – иң яҡын дуҫым һәм серҙәшем, – ти Максим. Әйткәндәй, ул саф башҡортса һөйләшә, “шөкөр”, “Аллаһ бойорһа” тип һөйләүенә айырыуса һоҡландыҡ.
– Әлбиттә, башта һағынып илаған саҡтар ҙа булды, хәҙер инде өйрәндем. Ошо гимназия-интернатҡа уҡырға килеүемә ҡыуанып бөтә алмайым, төплө белем биргән уҡытыусыларға, беҙҙе ысын кеше итеп үҫтереүгә бөтә көсөн һалған тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт! – тине Сулпан.
Гимназия-интернат ҡуя ҡанат
Башҡорт гимназияһы биләмәһендә 300 урынға иҫәпләнгән ятаҡ төҙөлгәс, бында эргә-тирә райондарҙан килеп уҡырға теләүселәр һаны бермә-бер арта. Ятаҡта балалар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бында 11 тәрбиәсе эшләй. Улар уҡыусыларҙы лайыҡлы тәрбиәләү, яҡшы өлгәшеүен тәьмин итеү, буш ваҡытын ойоштороу, һәләттәрен үҫтереү, шулай уҡ ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыу йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара, балаларҙы төрлө конкурстарға әҙерләй, улар менән ҡыҙыҡлы саралар, кисәләр үткәрә.
Интернат бинаһындағы бүлмәләр яҡты, йылы, уларҙа икешәр-өсәр бала йәшәй. Ял биләмәләре, йыуыныу бүлмәләре, бәҙрәфтәр балаларға уңайлы итеп эшләнгән, тейешенсә йыһазландырылған. Интернатта йәшәүселәргә көнөнә биш тапҡыр туҡланыу ҡаралған.
Гимназияның үҙенең стоматология кабинеты бар. Ул 2019 йылда “Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары” программаһына ярашлы асылған һәм хәҙерге заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Табип Анастасия Сергеева менән шәфҡәт туташы Наталья Сергеева балаларҙың сәләмәтлеге һағында тора. Анастасия, 2020 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлап, тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан.
– Төп иғтибарҙы дауалауға ғына түгел, иҫкәртеү саралары уҙғарыуға ла йүнәлтәбеҙ, сөнки бөгөн балаларҙың 90 процентында кариес сире күҙәтелә. Ул күпселек осраҡта дөрөҫ туҡланмау, тештәрҙе тәрбиәләй белмәү арҡаһында килеп сыға, – тине йәш белгес Анастасия Александровна.
Уңайлы көнкүреш, туҡланыу шарттары булдырыу, сәләмәтлекте хәстәрләү менән бер рәттән белем усағы етәкселеге балаларға рухи тәрбиә биреүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
Гимназия-интернат уҡыусылары төрлө түңәрәктәрҙә, спорт секцияларында әүҙем шөғөлләнә, ярыштарҙа еңеүҙәр яулай. Бейеү, вокал, ҡумыҙ уйнарға өйрәнеү, уҡ атыу, “Оҫта ҡулдар”, “Милли аш-һыу”, “Йәш хәбәрсе” түңәрәктәренә, көрәш, волейбол, баскетбол секцияларына йөрөгән уҡыусылар айырыуса күп. Белем усағының “Хазина” бейеү, “Умырзая” вокаль ансамблдәре, мәктәп театры һәр байрамды биҙәй.
“Тамыр” республика балалар телеканалының проектына ярашлы “Бал ҡорто” тип аталған мәктәп телестудияһы булдырылған. Егеттәр һәм ҡыҙҙар хәҙерге заман телевидениеһы ҡорамалдары менән бик оҫта эш итә, етәкселәре Зүлиә Исламова һәм информатика уҡытыусыhы Динар Миназев менән берлектә яңылыҡтар, тапшырыуҙар әҙерләп, гимназия-интернат тормошон даими яҡтыртып бара, иң ҡыҙыҡлыларын “Тамыр” телеканалына ла ебәрә.
– Алып барыусыларыбыҙ Сулпан Иҙиәтуллина, Карина Петрова, Максим Калиниченко, оператор Альбина Булатова, монтажлаусы Гөлназ Мырҙаҡаева бер команда булып эшләй. Был шөғөл балаларҙа ҡыйыулыҡ, йыйнаҡлыҡ тәрбиәләй, телмәр байлығын арттыра, камера алдында ҡаушамаҫҡа өйрәтә, – ти башҡорт теле уҡытыусыһы, мәктәп телестудияһы етәксеһе Зүлиә Хәмзә ҡыҙы.
Ғөмүмән, Бәләбәй башҡорт гимназия-интернатында белемле, рухлы, һау-сәләмәт, илһөйәр быуын тәрбиәләү эше лайыҡлы алып барыла. Быны үҙ күҙебеҙ менән күреп, балаларҙың ихласлығына, педагогтар коллективының берҙәмлегенә, уҡыусы – уҡытыусы – ата-әсә бәйләнешенең ныҡлығына һоҡланып ҡайттыҡ.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Бәләбәй ҡалаһы