Белем һәм тәрбиә
28 Октября 2022, 11:57

“Башҡортостан йөрәге” ҡайҙа?

“Ошондай сәйәхәттәр йышыраҡ ойошторолһон...”

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Ошо көндәрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының уҡыуҙа яҡшы өлгәшкән, белем усағының тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, спортта һынатмаған бер төркөм уҡыусыһы Ғафури районына сәйәхәт ҡылды.

 “Башҡортостан Республика­һының туриндустрия һәм ҡунаҡ­сыллыҡ ойошмалары берлеге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (Баштурсоюз) “Мин башҡорт телен өйрәнәм” мәҙәни-мәғрифәтселек турын Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды ярҙамында ойоштора.

“Мин башҡорт телен өйрәнәм” турының маршрутына  Ғафури районындағы Сәйетбаба һәм Ҡаранйылға ауылдары, “Башҡорт­остан йөрәге”, “Торатау” геопаркы инә. Балалар танышасаҡ күркәм урындарҙың баш ҡаланан 140 километр алыҫлыҡта урынлашыуы ла уңайлы – көнөндә йөрөп ҡайтыу мөмкинлеген бирә.

Балалар өсөн был сәйәхәт тулыһынса бушлай ойошторола. Грант отҡан ойошма барлыҡ сығымды ҡаплай. Автобус маршруты ЮХХДИ идаралығында килешелгән, транспорт махсус сигнал менән йыһазландырылған.

Шулай итеп, балалар юлға ҡуҙғалғас та, экскурсовод баш ҡалабыҙ Өфө, Башҡортостан тураһында таныштыра башланы, ә инде Ғафури еренә аяҡ баҫҡас, ошо район хаҡында һүҙ барҙы.

Тәүге туҡталыш Ҡарағай ауылында булды. Мәктәптә балаларҙы иртәнге аш көтә ине. Турҙы ойоштороусы “Тархан” туроператоры етәксеһе Илдар Бикҡужин аңлаты­уынса, санитария талаптарына ярашлы, уҡыусыларҙы ошондай махсус урындарҙа ғына ашаталар.

Ҡарағай ауылы мәктәбе директоры Ләйсән Әхтәмова ошо тур ха­ҡында фекере менән уртаҡ­лашты.

– Был турҙарҙың ойошторолоуы – бик яҡшы күренеш, балалар өсөн файҙалы. Улар тарих менән яҡын­дан таныша, беҙҙең матур тәбиғә­тебеҙҙе күрә. Ошондай турҙар күберәк булһын, тип теләйбеҙ, – тине Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы. 

Икенсе туҡталыш Ҡаранйылға ауылында булды. Ул Сәйетбабаға бик яҡын урынлашҡан. Был ауылда балалар Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы менән танышты. Ойоштороусылар “Мин башҡорт телен өйрәнәм” турына ошо йорт-музейҙы индереп дөрөҫ эшләгән, тип уйлайым, сөнки күренекле шәхес – туған телебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән тәжрибәле ғалим.

 Мәғлүм булыуынса, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – билдәле ғалим-телсе, төркиәтсе, башҡорт диалекттарын өйрәнгән һәм яҡшы белгән, башҡорттар араһында тәүге филология фәндәре докторы. Ул 27 телде белгән. “Телде белеү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк”, – тип әйткән бөйөк ғалим, һәм уның йорт-музейында үткәрелгән саралар ҙа ошо йүнәлештә алып барыла.

Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы етәксеһе Римма Ишмырҙина ла республика балалары өсөн ошондай турҙар ойошторолоуына ҡыуана.

– Әлбиттә, йорт-музейҙа бала­ларҙы ҡабул итеүебеҙгә бик шат­быҙ. Улар әле грантҡа ярашлы беҙ­гә килә. Музейыбыҙҙың маҡсаты – балаларҙы Жәлил Кейекбаевтың тормош юлы, ижады, эшмәкәрлеге менән таныштырыу. Ойоштороусы­ларҙың ошондай йүнәлештә грант яулауы беҙҙең өсөн дә бик ҡулайлы, сөнки уҡыусылар даими рәүештә килеп тора. Уҡытыусылар ҙа: “Дәрестә биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, ғалимдың ауылына, музейына килеп танышыуы мең артыҡ”, тип әйтә, – тине Римма Камил ҡыҙы.

Балалар музейҙағы экспонаттар менән танышып ҡына ҡалманы, улар өсөн викторина ла ойошторолдо, ғалимға арналған китап та бүләк иттеләр.

Артабанғы туҡталыш Баш­ҡорт­ос­тандың иң ҙур башҡорт ауылда­рының береһе Сәйетбабала булды. Балалар Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Ғафури районында төшөрөлгән башҡорт кинофильмдарынан өҙөктәр ҡараны. “Из Уфы с любовью”, “Ауыл өҫтөндә йәйғор”, “Асия” һәм башҡа фильмдарҙы уҡыусылар бик яратып ҡараны.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, кино төшөрөүселәр Ғафури районын бик ярата, был төбәк кино сәнғәте әҫәрҙәре техникаһының үҙенсәлегенә яуап биреүе һәм баш ҡалаға яҡын булыуы менән уңайлы. Әйткәндәй, режиссер Таңсулпан Бураҡаева, Өфөнән килеп, фильм­дарҙы күрһәтеүҙе ойоштора. Шулай уҡ балаларҙың ошо киноларға ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Таңсулпан Бураҡаева Өфө хосписын төҙөүҙә ярҙам итергә саҡырған видеояҙманы ла Имәндәш ауылында төшөргән.

Уҡыусылар Сәйетбаба мәктә­бендә ойошторолған төшкө аштан һуң “Башҡортостан йөрәге” этнокомплексына юлланды – ул респуб­ликала билдәле булған Уҡлыҡая тауы ҡаршыһында урынлашҡан.

Унда йәш туристарҙы Сәйетбаба ауылынан “Әсәнәй” фольклор ансамбленең һәүәҫкәр артистары йыр-бейеү менән ҡаршыланы.

Сәйетбаба ауылынан башҡорт эпостарын башҡарыусы халыҡ сәсәне Илһам Ханнан улы Байбулдин уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе бирҙе. Ул ҡурай эшләү серҙәрен дә уртаҡлашты, шунда уҡ балалар алдында үҙе эшләгән ҡурайҙа уйнап күрһәтте. Был осрашыу барышында балалар башҡорт халҡының төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышты, көйҙәрҙе тыңланы.

Белеүебеҙсә, Илһам Байбулдин 2021 йыл өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Рәсәй күңеле”  пре­мияһы лауреаты булды – “Традицион халыҡ мәҙәниәте” номина­цияһында еңеү яуланы һәм яңыраҡ уны Мәскәүҙә Кремль һарайында бүләкләнеләр. Шулай итеп, уҡыу­сы­ларға ошондай билдәле музыкант менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе, “Әсәнәй” фольклор ансамбле апайҙары иһә матур сығы­шы менән күңелдәргә дәрт өҫтәне.

Илһам Ханнан улы гимназия уҡыу­сыларын уҡтан атыу серҙә­ренә лә өйрәтте. Балалар үҙҙәре лә йәйә тартып ҡараны, матур тәбиғәт ҡосағында – Уҡлыҡая эргәһендә фотоға ла төштө.

Автобусҡа ултырғанда гимназия уҡыусылары: “Бөгөнгө сәйәхәттән онотолғоһоҙ тәьҫораттар алдыҡ”, – тип хушлашты. Күптәр йәйен ғаилә­ләре менән Уҡлыҡаяға килергә, тауҙа сәйәхәт итергә һәм һыу инергә теләүҙәрен белдерҙе.

Ильяс ЙЫЛҠЫБАЕВ, Ейәнсура районы: 
– Экскурсия миңә бик оҡшаны. Башҡорт­остан­дың ҡап уртаһында, матур тәбиғәт ҡосағында булдыҡ. Был тарафтарҙа булғаным юҡ ине, әле беренсегә Уҡлыҡаяны күрҙем. Ошондай сәйәхәттәр йышыраҡ ойошторолһон ине. Мине яҡшы уҡығаным һәм гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡаным өсөн ошо турға алдылар.

Илдар БИКҠУЖИН:
– Беҙҙең проекттың маҡ­саты – башҡорт телен һаҡлау һәм абруйын арттырыу, тарихи мираҫыбыҙ һәм этно-мәҙәни шарт­тарҙа милли мәҙәниәтебеҙ менән таныштырыу, баш­ҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индер­гән билдәле эшмәкәр Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың иҫтәлеген мәңгеләштереү. 


Проектта Өфө, Стәрле­тамаҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаларындағы һәм Ауыр­ғазы районының Талбазы ауылындағы гимна­зиялар­ҙан һәм лицейҙарҙан 200 уҡыусы ҡатнаша. 

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас