Белем һәм тәрбиә
28 Октября 2022, 08:30

"Беҙҙең "Тамыр"ҙы Радий Фәрит улы юғары баһаланы"

Һорауҙар бик күп булды, Радий Фәрит улының уларға иғтибарлы булыуы, күберәк һорауға яуап бирергә, күберәк мәсьәләне хәл итергә тырышыуы күңелгә ятты

"Беҙҙең "Тамыр"ҙы Радий Фәрит улы юғары баһаланы""Беҙҙең "Тамыр"ҙы Радий Фәрит улы юғары баһаланы"
"Беҙҙең "Тамыр"ҙы Радий Фәрит улы юғары баһаланы"

Кисә кис булған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында балаларға ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Уларҙың береһен “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының алмаштырғыһыҙ етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина бирҙе.

– Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә беренсе тапҡыр саҡырҙылар. Республикаға идара итеү үҙәгенә лә беренсе тапҡыр барҙым. Әлбиттә, был тиклем оҙаҡ булыр тип уйламағайным. Беҙ балалар телевидениеһында алтышар, 13-әр минутлыҡ ваҡыт арауығында йәшәп өйрәнгәс, башлыҡтың етенән 12-се яртыға тиклемге аралашыуы мәңгелек кеүек тойолдо.

Һорауҙар бик күп булды, Радий Фәрит улының уларға иғтибарлы булыуы, күберәк һорауға яуап бирергә, күберәк мәсьәләне хәл итергә тырышыуы күңелгә ятты. Йөкмәткеле һәм кәрәкле әңгәмә булды. Мин балалар телевидениеһы, киноһы тураһында һорау бирҙем. Радий Хәбировтың ҡыҙыҡһынып яуап биреүе, “Тамыр”ҙы матур итеп баһалауы, эшебеҙҙе белеүе, таныуы, беҙҙең коллектив өсән бик ҙур баһа булды. Радий Фәрит улын 20 ноябрь тирәһендә үтәсәк осрашыуға көтәбеҙ. Ул үҙе ошо ваҡытты билдәләне. Проекттарыбыҙҙы күрһәтәсәкбеҙ, әҙерләнәсәкбеҙ. Киләсәктә балалар ҙурыраҡ, күләмлерәк проекттарҙа ҡатнашыр тип уйлайбыҙ, – тине ул.

Фото: скрин-шот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас