Белем һәм тәрбиә
31 Октябрь 2022, 15:15

Конкурс еңеүселәре ҡайтты

Башҡортостан уҡыусылары “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.

Конкурс еңеүселәре ҡайттыКонкурс еңеүселәре ҡайтты
Конкурс еңеүселәре ҡайтты

28 октябрҙә 9-11-се кластар өсөн “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсын ябыу тантанаһы үтте, 31 октябрҙә Өфөнөң Тимер юл вокзалында 11-се кластар араһындағы конкурс финалсыларын ҡаршы алдылар.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, республиканан 23 ҡатнашыусы еңеүсе исеменә лайыҡ булды, уларҙың унауһы, 11-се кластан еңеүселәр, берәр миллион һум аҡса алды, 8-9-сы кластарҙан 13 уҡыусы 200 мең һум күләмендә премияға лайыҡ булды. “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсы финалында Башҡортостандан 40 уҡыусы ҡатнашты.

Бынан тыш, “Ҙур тәнәфес”тең еңеүселәр парадында Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцов конкурстың барлыҡ этабы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй мәктәптәренең ТОП-30 исемлеген атаны. Иң яҡшы мәктәптәр рәтендә Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы ла бар. Ул ике миллион һум күләмендә грант аласаҡ. Иң яҡшылар исемлегенә - Башҡортостан, Кемерово, Свердловск, Воронеж, Томск, Ростов, Волгоград, Һарытау өлкәләренән, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм башҡа төбәктәрҙән уҡыу йорттары инде.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да социаль селтәрҙәге сәхифәһендә был конкурс тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты. "Бөгөн Башҡортостанға “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге 11 финалсыһы ҡайтты. Республиканан 23 ҡатнашыусы конкурс еңеүселәре исеменә лайыҡ булды. Ҡәҙерле балалар, еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Был еңеү киләсәктәге ҙур пландарығыҙға этәргес бирһен. Үҫегеҙ, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылығыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! - тиелә яҙмала.

Башҡа финалсыларҙың Башҡортостанға 10 ноябрҙә ҡайтыуы көтөлә.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Конкурс еңеүселәре ҡайтты
Конкурс еңеүселәре ҡайтты
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас