Белем һәм тәрбиә
2 Ноябрь 2022, 07:00

Афарин, Руслан!

Ябай ауыл ир-егете мәктәп уҡыусыларына спорт формаһы эшләткән. 

Афарин, Руслан!Афарин, Руслан!
Афарин, Руслан!

Бөрйән районының Әбделмәмбәт (Ҡыпсаҡ) ауылы халҡының, мәктәп уҡыусыларының сәләмәт тормош алып барыуын, спорт менән әүҙем шөғөлләнеүен, еңеү артынан еңеү яулауын күптәр белә.

Ошо көндәрҙә Ҡолғона ауылында йәшәгән Руслан Яҡупов Әбделмәмбәт мәктәбенең баскетбол командаһына спорт формалары алып биреп ҡыуандырған. Руслан үҙ эше менән дә шөғөлләнә, шулай уҡ Әбделмәмбәт мәктәбенең филиалы һаналған Ҡолғона мәктәбендә техник хеҙмәткәр булып эшләй.

– Бығаса мәктәбебеҙҙең бөтә командаларының – көрәш, волейбол, хоккей менән шөғөлләнгән егет һәм ҡыҙҙарҙың спорт формаһын булдырғайныҡ. 5-7-се класс уҡыусыларынан торған баскетбол командаһының формаһын яңыртыу мәсьәләһе тыуғас, Руслан ошо изге эште үҙ өҫтөнә алырға теләк белдерҙе. Спорт формаларын беҙ һәр ваҡыт Мәскәүҙән эшләтеп алабыҙ, заказ буйынса хатта башҡортса яҙҙырып алабыҙ, – тип һөйләне мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Зиннур Боҫҡонов.

Ябай ауыл ир-егетенең был сауаплы эшен юғары баһалап, “Ир кеше әйтте һәм эшләне”, - тип яҙҙылар “Спорт менән йәшә, Ҡыпсаҡ” төркөмөндә.

Балалар мәнфәғәтен ҡайғыртып, изге башланғысты атҡарып сыҡҡан Руслан Яҡуповҡа һәр йәһәттән уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Фотолар: vk.com/club44010969 төркөмө.

Афарин, Руслан!
Афарин, Руслан!
Афарин, Руслан!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас