Белем һәм тәрбиә
2 Ноябрь 2022, 17:30

"Теология - киләсәккә ышаныслы күпер"

Өфөлә халыҡ-ара конференция бара.

"Теология - киләсәккә ышаныслы күпер""Теология - киләсәккә ышаныслы күпер"
"Теология - киләсәккә ышаныслы күпер"

1-3 ноябрҙә Өфөлә "Теология һәм дини тәғлимәт: Рәсәй рухи мираҫын һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында хеҙмәттәшлек" тип аталған халыҡ-ара конференция үтә. Уны Рәсәй Мәғариф министрлығы, Ислам мәҙәниәте, фәне һәм мәғарифына ярҙам фонды, Ғилми-мәғариф теология ассоциацияһы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы "Дин һәм йәмғиәт" юғары уҡыу йорттары-ара үҙәге ярҙамында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған.

Сара мосолман этностарының милли, рухи традицияларын, ҡиммәттәрен күрһәтеүҙең яңы формаларын эҙләүҙә донъяуи һәм дини белем биреү институттары араһында конструктив диалог булдырыуҙа теология, дин тәғлимәттәре ҡеүәтен, ғәмәли аҙымдарҙы өйрәнеүгә, шулай уҡ социаль институттарҙың үҙ-ара эш итеүе буйынса төбәк тәжрибәһен дөйөмләштереүгә йүнәлтелгән.

Конференцияға 300-ҙән ашыу заявка килгән. Унда ғалимдар, дин белгестәре, теологтар, философтар, тарихсылар, социологтар, филологтар, фәнни-белем биреү, йәмәғәт ойошмалары, эксперт берләшмәләре вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары педдагогтары һәм уҡыусылары ҡатнаша.

2 ноябрҙә конференцияның пленар ултырышы үтте, уның модераторы булып Ислам мәҙәниәтенә, фәненә һәм мәғарифына ярҙам фонды етәксеһенең хәйриә, белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу буйынса советнигы Алексей Владимирович Петров сығыш яһаны. "Быйыл конференция рухи белем биреүҙе үҫтереүҙең стратегик перспективаларын, глобалләшеү шарттарында хәҙерге йәмғиәттә дини ҡарашты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә йүнәлтелгән", - тине ул, конференцияны асып.

Сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостандың Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов мөрәжәғәт итте. "Аҡмулла университеты 15 йылдан ашыу Ислам тарихын, мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү буйынса эш алып бара. Уҡыу йортонда Рухи үҫеш ғилми-тикшеренеү үҙәге уңышлы эшләп килә. Ислам мәҙәниәтенә, фәненә, мәғарифына булышлыҡ итеү фонды ярҙамында дин әһелдәре өсөн уҡытыу алып барыла. Бөгөн теология, дини тәғлимәт - ысын рухи ҡиммәттәрҙе киләсәгебеҙ менән берләштерергә ярҙам иткән күперҙәр ул", - тип билдәләне Салауат Сәғитов.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов сараға йыйылғандарҙы Башҡортостан етәкселеге исеменән сәләмләне.

Конференция барышында пленар ултырыш, панель дискуссия, асыҡ лекция, "түңәрәк өҫтәл", оҫталыҡ дәрестәре, секция ултырыштары үтә.

Фото: igsu.ranepa.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас