Белем һәм тәрбиә
3 Ноябрь 2022, 08:39

“Иң ҙур белемде атай-әсәйем бирҙе”

Ул үҙе лә уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булып таныла.

Туған тел, әҙәбиәт – халыҡтың иң ҙур хазинаһы, мәҙәни күрһәткесе. Шуны бала ғына көйөнсә тойоп, V класта уҡыған ҡыҙ “киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы буласаҡмын” тип инша яҙа. Һәр саҡ белемгә ынтылған ҡара тырыш ҡыҙ бала саҡтан алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеп кенә ҡалмай, үҙе кеүек баш ҡаланан алыҫ райондарҙа йәшәгән балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә булыу бәхете бүләк итә. Өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен юғары уҡыу йорттарында студенттарға белем биреүгә арнаған уҡытыусы-педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы БҮЛӘКОВА менән туған тел, милли әҙәбиәт, тәрбиә мәсьәләләре хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Үҙегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырһағыҙ ине?

– Гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында күп балалы уҡытыусылар ғаилә­һендә бишенсе бала булып донъя­ға килгәнмен. Өлкән ағай-апай­ҙа­рыма эйәреп, бик иртә хәреф танырға өйрәндем. Минән һуң бер-бер артлы тағы ике ҡустым тыуғас, атайым менән әсәйем беҙҙе лә үҙҙәре менән мәктәпкә алып бара башланы. Уҡытыусылар бүлмә­һендә эленгән сәңгелдәктә кинйәбеҙ Айҙар ҡустым ята. Бер дәрес үткәнсе мин уны ҡарайым. Күрше бүлмәлә бер юлы ике класс уҡыусыларына дәрес биргән әсәйем, тәнәфес ваҡытында инә һалып, бәпесте имеҙеп сыға. Әсәйем Рәхилә Әҙеһәм ҡыҙы – Баймаҡ районының Темәс ауылынан республикала билдәле Ирназаровтар нәҫеленән. Темәс педагогия училищеһын тамамлағас, ғүмерен башланғыс класс уҡыусы­ларына белем биреүгә бағышлай. Атайым Мөҙәрис Мөбәрәк улы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих фәндәренән уҡытты.

Студент йылдарымды һәр саҡ айырыуса бер йылылыҡ менән иҫкә алам. Бик көслө уҡытыусыларҙан белем алырға, гөрләп торған тор­моштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә яҙҙы. Биш йыл буйы универси­теттың башҡорт драма түңәрәгендә шөғөлләндем, шулай уҡ “Тел һуҡмаҡтары” түңәрәгенә йөрөнөм, уның старостаһы булдым. Фән менән шөғөлләнеүгә нигеҙ тап шул саҡта һалынып, төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһаным. Университетты уңышлы тамам­лағас, СССР Фән­дәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспи­ран­тураһының көндөҙгө бүлегенә уҡырға индем. Артабан ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының педагогика һәм башланғыс кластар кафедраһында өлкән уҡытыусы вазифаларында ғилми-педагогик эшмәкәрлегемде башланым.

 

– Ғүмерегеҙҙең арыу уҡ йылдары Сибай ҡалаһына бәйле булыуын беләбеҙ...

– Эйе, Сибай ҡалаһында Баш­ҡорт дәүләт университетының филиалы асылғас, 1993 йылда ғаилә­беҙҙе эшкә саҡырҙылар. Тормош юлдашым – филология фәндәре кандидаты Илдус Ҡасим улы менән институттың педагогика һәм баш­ланғыс кластарҙы уҡытыу методи­каһы, педагогика һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәләү мето­дикаһы буйынса белем бирҙек. Илдус Ҡасим улы педагогика факуль­тетының деканы итеп тә тәғәйен­ләнде. “Их, төбәгебеҙ өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләгән факультет та асылһа ине” тигән хыял менән йәшәнем. Ошо ниәтемде төплө нигеҙләп, 1999 йылда институттың ғилми советында сығыш яһаным. Тәҡди­мемде ул ваҡыттағы Сибай институты директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов хупланы. Илдус Ҡасим улы Бүләков, Зыя Зиннәт улы Әбсәләмов менән берлектә ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә 17 йылдан ашыу кафедра мөдире булып эшләргә насип булды. 2000/01 уҡыу йылында асылған бүлек йөҙҙәрсә юғары белемле белгес әҙерләп сығарҙы. Кисәге студенттарыбыҙ араһында тел һәм әҙәбиәт ғилеме, журналистика, мәғариф өлкәһендә танылыу яулағандарҙың байтаҡ булыуы түккән көсөбөҙҙөң бушҡа булмауын күрһәтә.

2016 йылда тормош иптәшем Илдус Ҡасим улы вафат булғас, Өфө ҡалаһына кире ҡайттым. Әлеге көндә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль-йорт музейы мөдире булып эшләйем. Был хеҙмәтем дә әҙәбиәткә һәм мәҙәниәткә бәйле булғас, рәхәтләнеп, ҙур теләк менән башҡарам.

 

– Тәрбиә ғаиләнән башлана. Һеҙҙе нисек тәрбиәләнеләр, шул тәрбиә нигеҙҙәре улығыҙҙы, ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләгәндә сағыламы? Әллә хәҙерге заман балаларына бүтән төрлө ҡараш кәрәкме?

– Беҙҙең бала саҡ уҙған быуат­тың 50 – 60-сы йылдарына тура килде. Һуғыш тамамланыуға 10 – 15 йыллап ҡына ваҡыт үткәнлектән, уҡытыусылар ғаиләһе булһа ла, етешһеҙ генә донъя. Әсәйебеҙ көслө рухлы, ҡатҡылыраҡ холоҡло ине. Атайыбыҙ йәш сағынан йыш ауырығанлыҡтан, күпселек осраҡта донъяны ул алып барҙы. Шулай ҙа беҙҙең ғаиләлә атай абруйы ла ҙур булды. “Атайығыҙ нимә әйтер?”, “Атайығыҙҙан рөхсәт һорағыҙ” тип йыш ҡабатлар ине әсәйем.

Ә атайым беҙҙең күңелгә халыҡ ижадына, нәфис әҙәбиәткә һөйөү орлоҡтары һалды. Икеһенең дә бала тәрбиәләү мәсьәләһендә ҡарашы бер үк, йәғни уртаҡ һүҙле ине. Икеһе лә беҙҙе ҡатыраҡ тотоу яҡлы булды. Ғаиләбеҙҙә ҡыҙҙарҙы ла, малайҙарҙы ла кесе йәштән эшкә өйрәтеү алғы планда торҙо, тип әйтер инем. Ҡыҙ баламы ул, ир баламы – ҡул араһына инә башлау менән, хужалыҡ эшенә егелдек.  Әсәйем беҙгә йыш ҡына “яҡшы уҡыған кеше эш араһында ла дәрес әҙерләп өлгөрә ул, әҙәби китап уҡып ваҡыт әрәм итеп ултырмағыҙ” тип әйтә торғайны. Әҙәби китапты йәшенеп, урындыҡ аҫтына инеп уҡый торғайным. Атайым ныҡ белемле, уҡымышлы кеше булды, күп нәмәләр тураһында һөйләр, йүнәлеш бирер ине. Дөрөҫөн әйткәндә, белемде нигеҙҙә атай-әсәйем бирҙе.

Хәҙерге балаларҙы тәрбиәләү тураһында бына нимәләр әйтер инем. Әлбиттә, улыбыҙҙы тәрбиә­ләгәндә атай-әсәйемдең алымдарына таянырға тырыштыҡ. Уны яңғыҙ бала тип әпәүләп торманыҡ, йәй буйы Бөрйәндә, Учалыла беҙҙең менән бесән әҙерләшеп, эшкә өйрәнеп үҫте. Әлеге ваҡытта өләсәймен. Ейәндәрем – бөтөнләй икенсе төрлө балалар. Уларға беҙ алған тәрбиә алымдары бармай. Үҙем, уҡытыусылар ғаиләһендә тәрбиәләнгән, ғүмеремде педа­гогикаға, тәрбиә эшенә, студенттар уҡытыуға арнаған кеше, йыш ҡына аптырап ҡалам. Уларға ҡаты әйтеп булмай, физик эште лә бик өнәп етмәйҙәр.

Атаһы менән әсәһе эш буйынса командировкаға киткәндә, өсөнсөлә уҡыған ейәнем миндә ҡалды. Нимәгәлер тауышымды күтәребе­рәк өндәшкәйнем, “Ниңә миңә ҡысҡыраһың? Мин дә бит кеше”, –  тимәһенме?! “Эйе, һин кеше, һин  ныҡ аҡыллы кеше”, – тип ғәфү үтенергә тура килде. Телефон тотоп ултырырға ярата. Бына шуны бер нисек тә тыя алмайым. Шул шөғөлө өсөн йәһәт кенә дәресен әҙерләп ҡуя. Математиканан яҡшы уҡый, шиғырҙарҙы ла тиҙ генә ятлай, спорт менән дә шөғөлләнә, ләкин ошо малай мине телефон мәсьәләһендә еңеп алды. Шунда үҙемдең көсһөҙлөгөмдө күрәм, бирмәйем тиһәм дә, бирәм, сөнки мин – өләсәй. Үҙ һүҙемдә тора алмауым, йомшаҡлығым өсөн ғәрләнеп китәм ҡайһы саҡта. “Хәҙерге быуындың белеме юҡ” тигән фекерҙе ейәнемә ҡарата әйтмәҫ инем. Эйе, хәҙерге заман балаһына элекке тәрбиә алымдары бармай. Уларҙы үҙҙәре мөкиббән киткән шул компьютер, ғөмүмән, яңы технологиялар ярҙамында тәрбиәләргә кәрәктер, тип уйлайым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин бөгөнгө заман балаларының киләсәген аныҡ ҡына күҙ алдына ла килтерә алмайым ул...

– Туған телебеҙ бөгөн ниндәй хәлдә, киләсәген нисек күҙал­лайһығыҙ?

– 80-се йылдар башында тыуған улыбыҙҙың теле саф башҡортса асылды. Рус балалар баҡсаһына йөрөнө. Өфөлә 20-се мәктәпкә бирҙек, Сибайға күскәс, 13-сө баш­ҡорт мәктәбендә уҡыны. Тел проб­лемаһы булмағайны. Ғөмүмән, өйҙә башҡортса аралашһаң, балаң туған телде яҡшы беләсәк, тигән фекер нығынғайны. Хәҙер ҙә өйҙә баш­ҡортса һөйләшәбеҙ, ейәне­беҙҙе 44-се полилингваль гимназияға биргәнбеҙ. Башҡа милләт балалары ла уҡығас, унда аралашыу, әлбиттә, рус телендә. Шуғамылыр, ейәнемдең туған телде белеүе шәптән түгел. Былай башҡортса яҡшы аңлай, китаптар уҡый, тик һүҙҙәрҙе акцент менән әйтә. Бының өсөн уны күмәкләп йыш ҡына шелтәләп тә алабыҙ, ләкин ул, клас­та башҡортса иң шәбе мин беләм, бәйләнмәгеҙ, тип кенә ҡуя.

Башҡорт теле дәреслектәренең сифаты тураһында ла уйланырға урын бар. Элекке уҡытыусы була­раҡ, миңә йыш ҡына балаларына өйгә бирелгән эште әҙерләргә ярҙам иткәндә ҡыйынлыҡҡа осра­ған ата-әсә мөрәжәғәт итә. Улар араһында хәҙерге дәреслектәр, ундағы ижади эштәр менән риза булмаған кеше күп. Был тәңгәлдә хәл итәһе мәсьәләләр бар. Телебеҙҙең киләсәге, ысынлап та, уйландырырлыҡ, борсолорлоҡ.

 

– Белеүемсә, һеҙ йыш ҡына Яҙыусылар союзы идараһы үткәргән ултырыштарҙа эксперт булып сығыш яһайһығыҙ. Баш­ҡорт әҙәбиәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?

– Башҡорт әҙәбиәте төрлө үҫеш юлдары үтте. Уның юғары үҫеш кисергән саҡтары ла һәм сағыш­тырмаса ҡайтышыраҡ осорҙары ла булды. Әле әҙәбиәтебеҙ ниндәйҙер торғонлоҡ осоро кисерә, тип әйтмәҫ инем, ләкин бик күп мәшһүр әҙиптәребеҙҙең бер-бер артлы яҡты донъяны ҡалдырып китеүе барыбер үҙен һиҙҙерә. Әлбиттә, Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева һымаҡ талантлы шағирҙарыбыҙ бар, ләкин улар ҙа бит өлкән быуын кешеләре. Бер кем дә мәңгелек түгел, уларҙың урынын кемдәр алмаштырыр, кемдәр килер, тигән һорауҙар борсой. Әйтәләр ҙә ул, йәштәр килә, йәштәр талантлы, тип. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа беленә.  Милли прозабыҙҙың үҫешен дә ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел, тип уйлайым. Драматургия ла шундай уҡ хәлдә. Хәҙерге ваҡытта башҡорт шиғриәте, башҡа жанрҙарға ҡарағанда, элекке һымаҡ, алда бара, тип әйтер инем.

 

– Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас