Белем һәм тәрбиә
7 Ноябрь 2022, 06:00

Афарин, Әлиә!

Сибай студенты «Абилимпикс» милли чемпионатында еңеү яуланы!

Афарин, Әлиә!Афарин, Әлиә!
Афарин, Әлиә!

Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжынан 18 йәшлек Әлиә Билалова Мәскәүҙән оло еңеү менән ҡайтты. Ул «Сейлән (бисер) үреү» компетенцияһында инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса «Абилимпикс» милли чемпионатында беренсе урын яуланы.

Уны әҙерләү менән махсус дисциплиналар уҡытыусыһы Гөлназ Салауат ҡыҙы Сәлиҡйәнова шөғөлләнгән

- Оҙайлы чемпионаттарҙа ҡатнашыуыбыҙ һәм еңеүгә өлгәшеүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ! - ти Гөлназ Сәлиҡйәнова. - Әлиә һуңғы минуттарына тиклем уңышына ышанмаһа ла, сәхнәнән үҙенең исемен ишеткәс, аптырап ҡалды. Башҡортостан делегацияһы ла ҡыуанды, колледждан хеҙмәттәштәре, туғандары ҡотлау һүҙҙәре менән шылтыратты. Хис-тойғоларыбыҙ урғылып сығып килде ул минуттарҙа. Әҙерлек былтырҙан  башланды. Әлиә тегеүсе һөнәре буйынса белем ала. Дәрестәрҙән тыш, беҙ көн һайын уның менән төрлө әйберҙәр үрергә өйрәндек. Ул төбәк этабында һәм Бөтә Рәсәй һайлап алыу (әҙерлек) чемпионатында уңышлы сығыш яһаны. Әлиәне милли чемпионатта ҡатнашыу өсөн һайлағас, беҙ уға ныҡышмалы әҙерләнә башланыҡ - 100 кулон эшләгәнбеҙҙер ул, моғайын.

Тап ошондай 9 сәскәнән торған кулонды сәйлән үреү өсөн станокта конкурс эше буйынса өс сәғәт эсендә үрергә кәрәк булған. Эксперттар изделиеның дизайнын, башҡарыу сифатын, төҫтәрҙең тап килеүен, эстетик торошон баһалаған һәм Сибай ҡыҙының эше юғары билдәләгән.

Ярыш процесынан тыш, сарала ҡатнашыусылар өсөн баш ҡаланың иҫтәлекле урындарын да күрһәткәндәр, ә бүләкләү тантанаһында Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары Сергей Лазарев, Диана Гурцкая, Максим, Полина Гагарина һәм башҡаларҙың сығыштарын булған. Сара юғары кимәлдә ойошторолған.

Милли чемпионатта еңгән өсөн Әлиә 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән, шулай уҡ  өҫтәмә республика ярҙам саралары ла ҡаралған. Исемле аҡсалата сертификаттарҙы техник реабилитация саралары һатып алыуға йәки өҫтәмә белем алыуға түләргә мөмкин.

Афарин, Әлиә! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Фото һәм текст сығанағы: "Сибайский рабочий"

Афарин, Әлиә!
Афарин, Әлиә!
Афарин, Әлиә!
Афарин, Әлиә!
Афарин, Әлиә!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас