Белем һәм тәрбиә
8 Ноябрь 2022, 15:45

Алда етди бурыстар тора

Өфө фән һәм технологиялар университеты төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрелде.

Алда етди бурыстар тораАлда етди бурыстар тора
Алда етди бурыстар тора

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университеты төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Билдәле булыуынса, яңы юғары уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.

"Һуңғы ике-өс йылда беҙҙең уртаҡ эш яҡшы һөҙөмтә бирҙе, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан илебеҙҙең фән һәм юғары белем биреү системаһында ныҡлы урын биләй. 2022 йылдың 1 ноябре – Өфө фән һәм технологиялар университетының тыуған көнө. Үҙем юғары мәктәпте тамамлаған, унда эшләгән кеше булараҡ, беҙҙең алда ниндәй етди бурыстар торғанын беләм, аңлайым".

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға үҙҙәренең тәҡдимен хуплау, “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу үтенесен белдергәне хаҡында һөйләне. Һөҙөмтәлә 2021 йылда ил башлығы кампус төҙөү тураһында республикабыҙҙың башланғысын хупланы.

Фото: Башҡортостан Башлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас